“Батырҙарҙың йәшен һорамайҙар…”
Һәр халыҡтың үҙенсәлекле милли асылын билдәләй алырлыҡ шәхестәре була. Уларҙың ҡайһылары ысын халыҡ символына әүерелә. Башҡорт милләтендә уның характерын һынландыра алыусы шәхес – Салауат Юлаев. 16 июндә милли батырыбыҙҙың тыуыуына 270 йыл тула. Ошо уңай менән Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапаханаһында “Библиомолодость” проекты сиктәрендә Өфө яғыулыҡ- энергетик колледжы студенттары менән “Батырҙарҙың йәшен һорамайҙар…” исемле интеллектуаль сара үтте. Студенттар Салауат Юлаевтың тормош юлы менән таныштылар, видео һәм фото слайдтар аша батырҙың яугир юлына сәйәхәт яһанылар. Айырыуса С. Злобиндың әҫәре буйынса төшөрөлгән фильм йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған библиоквизда студенттарҙың әүҙем ҡатнашыуҙары батырыбыҙҙың тормошон яҡшы белеүҙәрен дәлилләне. Халыҡ ижады йорто хеҙмәткәрҙәре Илнур Аслаев һәм Ғәлинур Ҡарасурин башҡарыуында “Салауат маршы”, ҡаланың 4-се мәктәп – лицейы уҡыусыһы Фидан Монасиповтың Салауат Юлаевтың “Уралым” ҡобайырын ялҡынлы уҡыуы сараға дәрт, рух, йәм өҫтәне.
Батыр ҙа, сәсән дә, яугир ҙә, шағир ҙә булған Салауат үҙенең ҡаһарман эштәре менән халыҡ күңелендә мәңге һаҡланасаҡ.