БЕҘ – БАЙМАҠ ШАҒИРӘЛӘРЕ!
“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе донъяһында
БЕҘ – БАЙМАҠ ШАҒИРӘЛӘРЕ!
“Иң аҙаҡҡы һүҙ – ир-егеттеке!” – тиһәләр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙың бер һүҙһеҙ генә йылмайыуы барыбеҙ үҙенекен итә – телдәр көрмәлә. Ә инде гүзәл зат шиғри телмәргә күсһә, бындай илаһи мәлде юҡҡа сығармаҫ өсөн хатта бар тәбиғәт тынып ҡала.
Мостай Кәримдең ошондай шиғыры бар бит әле:
Имеш, һине Хоҙай яратҡан, ти,
Салыш ҡабырғанан.
(Әйтерһең дә, уға шунан ҡулай
Нәмә табылмаған…)
Дөрөҫ түгел! Һине мин яраттым
Уттан, һыуҙан, нурҙан,
Бөтмәҫ хыял, һүнмәҫ өмөттәрҙән
Һәр бер моңло йырҙан.
Ғазап ҡуштым, йәнә шик өҫтәнем –
Әскетлем тәм һалдым,
Шатлыҡтарҙың ҡәҙерен белеү өсөн
Аҙ ғына ғәм һалдым.
Айҙар… Йылдар… Ғүмер буйы шулай
Һине бар ҡыламын.
Һының, рухың камиллашҡан һайын
Һинән тартынамын.
Күҙҙәреңдең тылсымынан ҡаушап,
Хатта зар буламын.
Ә шулай ҙа, һине ижад итеп,
Үҙем бар буламын.
Ҡатын-ҡыҙ бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәрен баҫыр өсөн уттай көслө, ғәрәсәтте еңер өсөн һыуҙай сабыр, яҡындарына наҙлы, нурлы, моңло һәм сәмле булырға тейештер ул. Башҡорт әҙәбиәтендә гүзәл заттарҙың ошо сифаттарын асҡан, ҙурлаған әҫәрҙәр бик күп.
Шулай уҡ сағыу ижад өлгөләренең авторҙары ҡатын-ҡыҙ булыуы бер ҙә һирәк осрай торған күренеш түгел. Баймаҡта йәшәп яҙышыусы бихисап ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа быға асыҡ миҫал була ала. Әйҙәгеҙ, “Беҙ – Баймаҡ шағирәләре” тип аталған исем аҫтында улар ижады менән таныштырыуҙы башлап ебәрәйек!
Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева), “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе рәйесе.
ТАҢҺЫЛЫУ ВӘЛИЕВА
Танһылыу Вәлиева (Ҡарасурина) – Баймаҡ районы Ишей ауылында тыуып үҫкән. Ғүмер буйы шул уҡ райондың Байым мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан. Оҙаҡ йылдар директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булған. Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса Почетлы хеҙмәткәре.
Шиғырҙары, хикәйәләре башҡорт матбуғатында баҫылып тора. 2018 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналы “Әсә йөрәге” исемле видеошиғыр конкурсында – беренсе, АЙҘАР БАЙЫҠ – 2018 СӘСӘНДӘР РЕСПУБЛИКА БӘЙГЕҺЕНДӘ 3-сө урын яуланы.
– Хикәйәгә сюжет эҙләү кәрәкмәй, атай-әсәй, үҙең, туғандар, таныштар, дуҫтар кисергән йә аяныслы, йә үкенесле, йә онотолмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырған йә башҡа төрлө ваҡиғалар әйләнә-тирәләге тормошта етерлек. Мин төрлө тарихтарҙы тыңларға яратам, шуларға таянып, хикәйә яҙам”, – ти ул.
Таңһылыу апайҙың шиғриәте лә үҙенсәлекле, халыҡсан, фәлсәфәүи. Һеҙгә уның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
“ПЕРВЫЙ УЧАСТОК”
Башҡортсалап әйтһәм, “первый”лығың,
Беренсе һәм тәүге булыуың
Тоноҡланыр кеүек.
Иҫтәремдә
Тимер юлың аша уҙыуым.
Тәүге тапҡыр күрҙем таш йорттарын,
Тирәктәрен үҫмер* ҡаланың.
(Яуап булмаһа ла, кешеләрҙең
Һаулығын һорашып ҡаламын…)
Килдем, күрҙем, уҡыуына керҙем,
Первый участокта – ятағы.
Ниңә “Первый”?
Быныһы мөһим түгел,
Күңелемдең ҡанатлы сағы.
Барак, имеш…
Хан һарайы ятаҡ!
Беҙҙе көткән – бөтәһе әҙер!
Ауыл балалары, беҙ хайранбыҙ:
Аҡ япмалар, сылт аҡ эскәтер!
Ҡаланан ҡайтышлай өҙөп алам –
Беҙҙә үҫмәй был сәнскәк сәскә.
Һоҡланам уйҡылдағы талдарға
Иртәләрҙә һырыған бәҫкә.
…Етмеш ҡыҙҙа – етмеш төрлө хыял,
Өҫтәл уртаҡ. Һәм ризыҡ уртаҡ.
Ә һин беҙҙе йәшәргә өйрәттең
Первый участоктағы ятаҡ.
Һин беренсе, тәүге һәм ғүмерлек,
Һиндә тапты мине һөйгәнем.
Күңелемдең түрендә – урының,
Тормоштағы тәүге төйәгем.
*Беҙ уҡырға барғанда Сибайға 14 йәш ине.
БАЛАМЫН.
Баландарым иңдәренә
Аҡ селтәр шәл һалдылар.
Беҙ балан ултыртҡан яҙҙар
Йәшлек булып ҡалдылар.
Нәфис кенә, саф, пак ҡына
Аҡ тәңкәле баланым.
Балан тәңкәле саҡта мин
Аҡ хыяллы баламын.
Сәскәйҙәрем инде аҡ – сал,
Баландар бала ғына.
Бала ғына баландарым
Һағыштан сара ғына.
Яҙмыш әсеһе янында
Балан тәме бал ғына.
Балан әсеһе бал ғына,
Яндарымда бул ғына.
Ап – аҡ, ана, шау аҡ, ана,
Баландарым, баланым.
Баландар аҡ саҡтарҙа мин
Бер ҡайғыһыҙ баламын.
?…
Мин – өсөн.
Һин – ләкин.
Беҙ – бәлки?…
МУЙЫЛ ЕҪЕ.
Баҡсаларҙа ап – аҡ муйыл,
Ауылымда аҡ кистәр
Аҡ кистәрҙә, йәнде арбап,
Өймәләм тула хистәр.
Ауыл кисе, муйыл еҫе,
Муйыл сәскәһе еҫе.
Айлы кистәр, аҡ муйылдар
Тәүге мөхәббәт төҫө.
Ауыл кисе, муйыл еҫе,
Аҡ муйыл – баҡса гөлө.
Ҡапҡа төбө – һөйөү иле,
Арала – муйыл еле.
БАР.
Алма булып алдарына
Өҙөлөп төшкән дә бар.
Ел булып иҫкән дә бар,
Гөл булып үҫкән дә бар.
Бушҡа ышанып, ымһынып,
Ауыҙҙар бешкән дә бар.
Талпынып осҡан да бар,
Йығылып төшкән дә бар.
Хушлашмайса киткән дә бар,
Һарғайып кипкән дә бар.
Һағынып көткән дә бар,
Төңөлөп бөткән дә бар.
Һинһеҙ миңә йәшәү юҡ, тип,
Саҡ үлмәй ҡалған да бар.
Ятҡа күҙ һалған да бар,
Сығынлап алған да бар.
Булды, бар һәм буласаҡ,
Ҡабатланып торасаҡ.
Мөхәббәт ғашиҡ йәндәрҙе
Үҙ тигәнсә борасаҡ,
Ебәк арҡан үрәсәк.
БУРАҘНА.
Донъя йөгөн иңдәр күтәрмәй ул,
Бар йөктәрҙе йөрәк күтәрә.
Күтәрә лә һәр береһен иләп,
Үҙе аша һөҙөп үткәрә.
Ауырҙары еңеләйеп ҡала,
Әсеһенең әсеһен ала.
Матурҙарын матурыраҡ итеп,
Татлыһына тағы тат һала.
Һәүетемсә бара кеүек донъя.
Йәндә һиллек, күңелең – ҡаҙна.
Тик йөрәктә һаман тәрәнәйә
Йөк арбаһы һалған бураҙна.
КӘКҮК.
Сыуаҡ, матур Еңеү таңы атты,
Иртә менән кәкүк саҡырҙы.
Әле иҫән яугирҙәргә бер аҙ
Ғүмер юраны ул, ахыры.
Даулы, яулы килгән дүрт яҙҙа ла
Саҡырғандыр һуғыш кәкүге.
Оҙаҡ ҡысҡырһа ла, тиҙ тымһа ла
Әйткәндәрҙер:
– Тиктәҫкә түгел…
Боҫорап ятҡан дымлы ҡара тупраҡ
Көткән саҡта һабан төрәнен,
Тотлоҡҡандыр, ишетеп кешеләрҙең
– Атакаға! – тигән һөрәнен.
Үҙе генә белгән ышығында
Дошман аңдығанда һағайып,
“Таптың саҡырыр ер…” – тине микән
Әле атай түгел атайым.
Ә ауылда әсә юлға ҡарай
Маңлайына ҡуйып ҡулҡайын
– Арттырмасы, кәкүк, хәсрәтемде,
Иҫән ҡайтһын яңғыҙ улыҡайым.
Саҡыр, кәкүк, тағы ғүмер юра,
Йәшәһендәр әле яугирҙәр.
Еңеү таңын йыл да ҡаршы алһын
Улар һаҡлап ҡалған был ерҙәр.
ТОЛ КӘЛӘШ ЙЫРЫ.
“Көт мине.”
Мин – ун ете, ә һин – егермелә.
Ул йәйҙә беҙ шундай йәш инек.
Аҡ бәхеттең етенсе ҡатында
Атлап түгел, осоп йөрөнөк.
– Көҙөн, ураҡтан һуң, туйыбыҙ булыр,
Өй һалырбыҙ, донъя көтөрбөҙ.
– Бер – бер артлы бәпәйҙәр табырмын,
Ғүмер юлын бергә үтербеҙ,
Бергә генә ғүмер итербеҙ.
…Мин һинеке, һин минеке булып
Өлгөрмәнек…
Һуғыш айырҙы.
Вәғәҙәләр бирешкән ал таңда
Бәхет ҡанаттарын ҡайырҙы.
– Көт һин мине, – тинең.
Мин ҡайтырмын,
Һинең өсөн яуҙар үтермен.
Мине һиңә Хоҙай инселәне,
Ҡайт, бәғерем, өҙөлөп көтөрмөн.
– Көт һин, иркәм, – тинең, – ышанып көт,
Көтһәң генә тере ҡалырмын.
Йәйге кистә тәҙрә ҡағырмын да,
Ҡосағыма алырмын да, – тинең,
Кәләш түшәгенә һалырмын.
Ғүмер буйы төштәремдә генә
Күрешергә тәҡдир яҙғандыр.
“Хәбәрһеҙ юғалды,” – тине ҡағыҙ.
Ҡайтыр күперҙәрең янғандыр.
Беҙҙән тыуыр сабыйҙар менән дә
Йөҙалманыҡ бәхет күлендә.
Улдар ҡалды һиндә, сит – ят илдә,
Ҡыҙҙар шиңде миндә, түлемдә.
…Йөҙалманыҡ бәхет күлендә.
Йәш инек бит. Һөйөп, һөйөлөп тә
Танһығыбыҙ ҡанмаҫ саҡ ине.
Берәй ҡөҙрәт булып, һин ҡайт ине,
Йәйге кистә тәҙрә ҡаҡ ине.
…Эш менән үтәләр ине көндәр.
Эй төндәре оҙон яңғыҙҙың!
Ҡәһәр һиңә, һуғыш!
Икебеҙҙе
Ике тарафтарҙа ҡалдырҙың,
Бәхет ҡанаттарын ҡайырҙың.
Эй Хоҙайым…
Яҙҙар, йәйҙәр етһә,
Илерерҙәй булып һағынам.
Етмеш биш йыл шулай…
Бәхет көтөп,
Һыңар ҡанат менән ҡағынам.
Ҡайтмаҫһыңдыр..
Бүләк балдағымды
Һыуға һалдым, ергә инселәп.
Инде һин көт, таңда юлға сығам.
Тапҡансы йөрөрмөн илселәп.
Көт мине, эҙләрмен, табырмын,
Мәңгегә яныңда ҡалырмын.
Көт мине.
Йәрәшелгән кәләш булып ҡына ҡалғандарға арнайым.
БЫНА ШУЛАЙ, ЙӘНЕКӘЙ!
– Сәстәр оҙон да ул һеҙҙә,
Аҡыл яғы ҡойтораҡ…
Етте төртмә телләнеүең,
Инде минеке сират!
Сәсем, киреһенсә, ҡыҫҡа,
Аҡылым – арҡан буйы.
Аҡылдан тыуа һәр һүҙем,
Аҡылдан тыуа уйым.
Сәс нимә ул?
Күрә белһәң,
Үҙем шау аҡыл ғына.
Арҡан булып ишелгәнмен,
Һинең аҡыл – ҡыл ғына!
Күҙҙәрем аҡыллы минең –
Күҙ йома эсең тарға.
Ҡолаҡтарым да аҡыллы –
Ышана хисең барға.
Ҡулдарымдың үҙ аҡылы –
Ташыңа – аш ҡулыңа.
Аяҡтарға ни әйтерһең?
Ҡаршы сыҡмай юлыңа.
Сәс оҙон ни, сәс ҡыҫҡа ни –
Пеләш булмаһам була.
Тамсы булып тама – тама
Башыма аҡыл тула.
Бына шулай, йәнекәйем,
Аҡыл беҙҙә өймәләм.
Үҙемдән артып ҡалғандан
Һиңә лә өлөш бүләм.
Миңә иһә – яғымлы һүҙ,
Йылы ҡосағың, иңең.
Бар яһиллығың онотам –
Хәтерем ҡыҫҡа минең.