” Беҙ бергә”
Мәҙәниәт министерлығы яҙыусылар берлеге менән ойошторған ” Беҙ бергә” проекты сиктәрендә Баймаҡ районы ауылдарында халыҡ менән осрашыуҙар башланды.
17 август Темәс мәҙәниәт йортонда Артур Туҡтағолов етәкселегендә Өфө филармонияһының “Далан” төркөме артистары, языусыларҙан Әминә Яхина һәм Айгөл Иҙелбаева килде. Бик йылы һәм матур осрашыу кисәһе булды.
Йылы һүҙҙәр менән бергә йыр-моң ағылды, бейеүселәр күңелгә дәрт бирҙе.
Осрашыу барышында яҙыусылар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.
Хис-тойғолар, рәхмәт һүҙҙәре, матур тәьҫораттар күңелдәрҙә ҡалды.
Матур осрашыуҙар булып торһон. Рәхмәт.