logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Әҙәбиәт йондоҙо – Таңсулпан”

18 октябрь көнө 4-се лицейҙың тамашалар залында Баймаҡ балалар модель китапханасылары тарафынан ойошторолған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, драматург, прозаик, балалар яҙыусыһы Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова менән “Әҙәбиәт йондоҙо – Таңсулпан” исемле осрашыу кисәһе үтте. Сара арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың 75 йәшлек юбилейына арналды.
Унда оло ихтирам менән саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙҙан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Мортазина Зилә Вәкил ҡыҙы, оҙаҡ йылдар Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы, балалар ижады үҙәгенең мәғариф ветераны, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Бикбирҙина Рәйлә Әкрәм ҡыҙының килеүе сарабыҙға оло мәртәбә өҫтәне.
Уҡыусылар яҙыусының тормош юлы һәм ижады менән яҡындан таныштылар. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы үҙенең китаптарының яҙылыу тарихтарын һөйләне. Сарала 5-се мәктәптән “Шатлыҡ”фольклор берекмәһенең (етәксеһе Иҙелбаева Р. С.) сығыштары бик фәһемле, рухлы булды. “Сулпылар” бейеү студияһы ҡыҙҙарының һәм егеттәренең дәртле итеп бейеүҙәре һәр кемдең күңелендә дәрт уятты. 2-се һанлы мәктәптең “Йәнтөйәк” фольклор студияһы ҡурайсылары башҡарыуында ҡурай моңдары һәр кемдең күңелендә рух уятты. Ә инде 4а класы уҡыусылары, класс етәкселәре Римма Рәфҡәт ҡыҙы Сырлыбаева менән сәхнәләштергән “Ҡарлуғас” әҫәрен бөтәһе лә яратып ҡаранылар. Камилланың “Урман ҡунағы Аҡбәкәл”хикәйәһенән бәхеттең нимә икәнен һөйләүе бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. “Серле йондоҙҙар” фольклор берекмәһенең (етәксеһе Торсонбаева Б.К.) башҡарыуында “Иманлы ил” йыры уҡыусыларҙың, ҡунаҡтарҙың күңелендә тап бөгөнгө ил яҙмышы, халыҡтар дуҫлығы тураһында уйланырға мәжбүр иткәндер.
Бигерәк тә оло рәхмәтебеҙҙе 4-се лицейҙың директоры Тайбугин Булат Фәрит улына белдерәбеҙ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Сара яҙыусы менән иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды, Ә әҙәбиәт һөйөүселәр әҙибәнең ҡулынан уның китаптарына автограф яҙҙырып алып ҡыуандылар.