logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Биляловская сельская библиотека

Еңеү ҡомартҡыһы.

Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тарих биттәрендә урын алһа ла, уны халыҡ хәтеренән юйыу мөмкин түгел. Билал ауылында һәр ғаиләлә тиерлек ошо шанлы йылдарҙың тере шаһиттары булған ата-олатайҙары – һуғыш ветерандары, Еңеүҙе яҡынайтыуға хеҙмәте менән тос өлөш индергән инәй, апай, әсәй-өләсәйҙәре – тыл ветерандары, һуғыш йылы балалары тураһында иҫтәлектәр йәшәй. Ғаилә архивтарында фоторәсемдәр, фронттан килгән хаттар ҡәҙерләп һаҡлана.

Билал китапханаһында 9-11 класс уҡыусылары менән осрашыуға, һуғыш ветерандарының ҡомартҡыларын һаҡлаған ауылдаштар йыйылды. Мансур ағай Кәримов атаһын тик фото аша һәм ололарҙың һөйләүенән генә белә, уға атаһының фотоһо ныҡ ҡәҙерле. Фәрхәнә апай Сирусина атаһы Менәүәр Әминевтың миҙал, ордендары тағылған костюмын, Зәйтүнә апай Юламанова атаһы Әбүзәр Ишморатовтың фотоһын, ҡайныһы Абдулла мулла Юламановтың таяғын ҡәҙерләп һаҡлай. Абдулла мулла мәрхүм булғас, Зәйтүнә апайҙың олатаһы Әбүбәкир Ишморатов һуңғы юлға оҙатырға килә, тәрбиәләшә. Әбүбәкир ағайға ҡомартҡы итеп, Абдулла мулланың семәрләп эшләнгән таяғын, еләнен бирәләр. Был таяҡты Әбүбәкир ағай Әбүзәр ағайға ҡалдыра. Һуғыш ветераны Әбүзәр ағай Ишморатов өсөн дә ул таяҡ бик ҡәҙерле була. Әлеге ваҡытта Әбүзәр ағайҙың ҡыҙы Зәйтүнә апай уны ҡәҙерләп һаҡлай, шулай уҡ, “Хәтер” төркөмө ағзалары сығарған “Ауылым тарихында Бөйөк Ватан һуғышы” исемле китабы ла Зәйтүнә апайҙың өйөндә ҡомартҡы булып һаҡлана. Мәғариф ветераны Илдүсә апай Әминева ҡайнылары Афзал һәм Әбүзәр Әминевтарҙың фотоларын, миҙалдарын, хәрби билеттарын, өсмөйөшлө хаттарын алып килде. Әбүзәр Әминевтың хатында ошондай һүҙҙәр бар: “Ҡәҙерле улым! Беҙ фашистарҙы аҙ ҡырманыҡ һәм тыуған еребеҙҙе Гитлер ҡалдыҡтарынан азат иткәнсе ҡырасаҡбыҙ. Вадим! Әйҙә, тиҙерәк үҫ! Минең ярҙамсым булырһың. Тиҙҙән… мин ҡайтырмын, беҙ элеккесә йәшәрбеҙ… (24.01.43 й)”. Мәғариф ветераны Урал ағай Әминев атаһы Сәлимйән ағайҙың хәрби кейем менән төшкән фотоһын ҙурайтып алып килгән. Атаһы, уның хәрби юлы тураһында бик күп белеүе менән һоҡландырҙы беҙҙе Урал ағай. Беҙҙең ғаилә, ҡайным Рәфҡәт Кинйәбулатовтың атаһы Хөснитдин олатайҙың яҙған өсмөйөшлө хатын ҡәҙерләп һаҡлай. Ошондай һүҙҙәр бар хатта: “Балаҡайҙарым, һеҙ ныҡ эшләп, фронтҡа ярҙам итегеҙ. Ә беҙ бында дошманды бөтөрөргә тырышырбыҙ, тиҙ арала бөтөрөрбөҙ һәм беҙгә ҡайтып килергә насип итһен. 09.10.1942 йыл».

Осрашыуға килгән ауылдаштарҙың һәр береһе уҡыусыларға үҙҙәренең яҡындары тураһында һөйләне, ҡомартҡыларҙы күрһәтте, хәтирә яңыртты. Беҙ үҙебеҙҙең һуғыш ветерандары тураһында белергә, уларҙы йәш быуынға еткерергә бурыслыбыҙ.