logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Буранбай Мәхмүт улы Искужиндың тыуыуына 70 йыл.

Бөгөн Башҡорт әҙәбиәтенең үҙенсәлекле шағиры, драматург, прозаик Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Буранбай Мәхмүт улы Искужиндың тыуыуына 70 йыл тула.

Буранбай (Бүребай) Мәхмүт улы Исҡужин 1952 йылдың 15 ғинуарында Байыш ауылында тыуған. 1968 йылда Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлай. Артабан төрлө хужалыҡтарҙа эшләй, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары мәктәптәрендә уҡыта, артабан район гәзитендә хәбәрсе була.
Шағир нисек итеп ижадҡа тотоноуы хаҡында «Автобиография»һында шулайыраҡ бәйән итә: «Мин тыуған саҡта уҡ халҡым өсөн бөйөк эштәр башҡарырға тейеш икәнлегемде белә инем. Әммә үҙемде арнарлыҡ шөғөл таба алғансы, оҙаҡ йылдар үтте.
Унынсыны тамамлағас, складҡа ҡарауылсы итеп ҡуйҙылар. Төндә яңылыш ҡына йоҡлап китеүем арҡаһында янғын сығып, склад көл- күмергә ҡалды. Ярай әле, склад үҙе генә янһа, эсендәге тауарҙарына ла ут ҡапҡан икән. Күп итеп штраф һалдылар ҙа, эштән ҡыуҙылар.

ракторсылар курсын тамамлап, тыуған совхозыма хеҙмәт итергә тотондом. Унда ла яңылыш күрше совхоздың ерен үҙебеҙҙекенә ҡушып һөрөп ташлағанмын икән. Күрше совхоз премия бирҙе, үҙебеҙҙекеләр эштән ҡыуҙы…
Артабан да бик күп ерҙәрҙә эшләнем, әммә халҡыма хеҙмәт итерлек үҙем өсөн тәғәйен шөғөлдө таба алманым. Аптырағас, башҡа эшкә ҡушмаһындар өсөн яҙышырға ултырҙым», – ти үҙенән әсе көлә.

Буранбай Искужин әҙәби ижад менән студент йылдарында уҡ шөғөлләнә башлай. Өлкәндәр һәм балалар өсөн сығарылған шиғри китаптары: «Тормош боролоштары», «Аҡ менән ҡара», «Зилә, Ғәли һәм мин», «Тамғалар», «Аҡсарлаҡ» – китап уҡыусылар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла.
Беҙгә уның А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләштергән “Һуңғы аҡсарлаҡ”, Баймаҡ халыҡ театрының «Ғилмияза», Йәштәр театры ҡуйған “Һарысәс” драмалары ла яҡшы таныш. Уның бик күп шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән һәм «Яңы йырҙар», «Йырлайыҡ, дуҫтар» китаптарына индерелгән. Халыҡ араһында иң яратып башҡарылғаны – “Һуңғы аҡсарлаҡ” йыры.