День республики
Республика көнө айҡанлы Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында “Библиомолодость” проекты сиктәрендә “Башҡортостан – хазиналар иле” тип аталған сара үтте. Осрашыуҙа Баймаҡ ҡалаһының Азанов урамында урынлашҡан архетиктура ҡомартҡыһы булған сауҙәгәр Кабанов А.Ф. йортондағы “Ирәндек” тарихи археологик һәм ландшафт музей ҡурсаулығы хеҙмәткәре Нәбиев Венер Васил улы һәм Өфө яғыулыҡ – энергетик колледжы студенттары ҡатнашты. Китапхана хеҙмәткәрҙәре сауҙагәр А.Ф. Кабанов тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙеләр. Артабан музей хеҙмәткәре Венер Вәсил улы музейҙа тупланған экспонаттар, археолог ҡомартҡылар, кургандар һәм айырыуса Баймаҡ ерлегендәге ҡиммәтле ятҡылыҡтар, тарихи урындар, һәйкәлдәр хаҡында һөйләп үтте, студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы итеп яуап бирҙе.
Онотолған кешелек яҙмышының һәр мәле тарихта яҙылып барғанын күргең килһә, музейға сәйәхәт ҡылыу кәрәктер ул. Ошо осрашыуҙан һуң сараға килгән һәр кемдә музейға сәйәхәт ҡылыу теләге уянғандыр
т