logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

День семьи любви и верности

8 июль – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан йәш әсәйҙәр клубы ағзалары ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге паркында осрашыуға йыйылды. “Ғаилә” хеҙмәте үҙәге белгесе психолог – Әминә Миңлеғәле ҡыҙы Мусина беҙҙең сарала ҡатнашыусы йәш әсәйҙәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Һүҙ бер туғандар, йәш айырмаһы ҙур булмаған ул-ҡыҙҙар тәрбиәләү, үҫмерлек осоро хаҡында барҙы. Әңгәмә бик фәһемле булды, әсәйҙәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алып ҡыуанды. Беҙҙең янға килеп, үҙ фекерҙәре, тәжрибәләре менән уртаҡлашыусы өләсәйҙәрҙең булыуы һөйөндөрҙө.