logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

День здоровья

Бөтә донья сәләмәтлек көнө айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында” Беҙ ғәҙел һәм сәләмәт тормош яҡлы” девизы аҫтында сәләмәтлек сәғәте үтте. Сарала китапхана янында ойошторолған «Гармония”, ”У дачи”, ”Ағинәйҙәр” клубы ағзалары әүҙем, сәләмәт тормош алып барыусы еңел атлетика буйынса республика кимәлендә күп мәртәбә еңеүҙәр яулаусы Алсу Илгиз ҡыҙы Байегетова, массаж, хиджама һәм һөлөк һалыу оҫтаһы Гөлназ Әксән ҡыҙы Баймырҙина һәм фитнес, стретчинг, балалар акробатикаһы буйынса спорт инструкторы Олеся Анатольевна Үлйәбаева менән осраштылар. Саҡырылған ҡунаҡтар үҙҙәренең шөғөлдәренең кеше сәләмәтлегенә ни тиклем мөһим һәм файҙалы икәнен үҙ миҫалдарында һәмэш тәжрибәләрен һөйләп үттеләр, һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Сарала ҡатнашыусылар сәләмәтлектең иң ҙур бәхет икәнен һәм был донъяла һәр кемдең дә бәхетле йәшәргә хаҡы бар тигән фекер менән оптимистик рухта тағы ла осрашырга теләк белдереп таралыштылар.