logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Еңеү тураһындағы яҙмалар – бер китапта! 

Яңы китап сыҡты
Еңеү тураһындағы яҙмалар – бер китапта!

ТОЛ КӘЛӘШ ЙЫРЫ
“Көт мине…”
Йәрәшелгән кәләш булып ҡына ҡалғандарға арнайым

Мин – ун ете, ә һин – егермелә.
Ул йәйҙә беҙ шундай йәш инек.
Аҡ бәхеттең етенсе ҡатында
Атлап түгел, осоп йөрөнөк.

– Көҙөн, ураҡтан һуң, туйыбыҙ булыр,
Өй һалырбыҙ, донъя көтөрбөҙ.
– Бер – бер артлы бәпәйҙәр табырмын,
Ғүмер юлын бергә үтербеҙ,
Бергә генә ғүмер итербеҙ.

…Мин һинеке, һин минеке булып
Өлгөрмәнек…
Һуғыш айырҙы.
Вәғәҙәләр бирешкән ал таңда
Бәхет ҡанаттарын ҡайырҙы.

– Көт һин мине, – тинең.
Мин ҡайтырмын,
Һинең өсөн яуҙар үтермен.
Мине һиңә Хоҙай инселәне,
Ҡайт, бәғерем, өҙөлөп көтөрмөн.

– Көт һин, иркәм, – тинең, – ышанып көт,
Көтһәң генә тере ҡалырмын.
Йәйге кистә тәҙрә ҡағырмын да,
Ҡосағыма алырмын да, – тинең,
Кәләш түшәгенә һалырмын.

Ғүмер буйы төштәремдә генә
Күрешергә тәҡдир яҙғандыр.
“Хәбәрһеҙ юғалды,” – тине ҡағыҙ.
Ҡайтыр күперҙәрең янғандыр.

Беҙҙән тыуыр сабыйҙар менән дә
Йөҙалманыҡ бәхет күлендә.
Улдар ҡалды һиндә, сит – ят илдә,
Ҡыҙҙар шиңде миндә, түлемдә.
…Йөҙалманыҡ бәхет күлендә.

Йәш инек бит. Һөйөп, һөйөлөп тә
Танһығыбыҙ ҡанмаҫ саҡ ине.
Берәй ҡөҙрәт булып, һин ҡайт ине,
Йәйге кистә тәҙрә ҡаҡ ине.

…Эш менән үтәләр ине көндәр.
Эй төндәре оҙон яңғыҙҙың!
Ҡәһәр һиңә, һуғыш!
Икебеҙҙе
Ике тарафтарҙа ҡалдырҙың,
Бәхет ҡанаттарын ҡайырҙың.

Эй Хоҙайым…
Яҙҙар, йәйҙәр етһә,
Илерерҙәй булып һағынам.
Етмеш биш йыл шулай…
Бәхет көтөп,
Һыңар ҡанат менән ҡағынам.

Ҡайтмаҫһыңдыр..
Бүләк балдағымды
Һыуға һалдым, ергә инселәп.
Инде һин көт, таңда юлға сығам.
Тапҡансы йөрөрмөн илселәп.

Көт мине, эҙләрмен, табырмын,
Мәңгегә яныңда ҡалырмын.
Көт мине…
Таңһылыу Вәлиева (Ҡарасурина).

ШӘМ ҺҮНДЕРМӘЙ КӨТКӘН ӘСӘЛӘР
Тыл һалдаттарына бағышлайым
Милтәле шәм ҡулға алған һайын
Минең уйҙа алыҫ үткәндәр.
Ауыр ваҡыт- утлы һуғыш йылын
Ошо шәмдәр барын күргәндәр…
Окоптарҙа янды бындай шәмдәр,
Һәр бер һалдат белде ҡәҙерен.
Партизандар ошо шәмдәр менән
Ҡорҙо дошман ҡырыр ниәтен.
Шәмдәр хәҙер онотолдо инде,
Музейҙарҙа урын алдылар.
Тик уларҙан иҫтәлектәр ҡалды,
Ҡалды йәнә бөтмәҫ ҡайғылар.
Көндәр буйы эштән арып ҡайтып,
Ҡатын яҙҙы һөйөү хаттарын.
Бала сағын күрмәй олоғайған
Үҫмер яҙҙы һағыш хаттарын.
Һүнәм тиеп елпелдәгән утта
Өсмөйөшлө хаттар уҡылды.
Ҡайғы хәбәрҙәре шул ялҡында
Балаларға етмәй юҡ булды.
Әсәләрҙең сабыр йөҙө кеүек,
Кистәр етһә, янды ошо шәм.
Бар кешенең һағыштарын һиҙеп,
Һүнмәйенсә өмөт өләшкән.
Тәҙрәләргә килеп һуҡһа елдәр,
Ҡайтты, тиеп асты ишеген.
Шәм һүндермәй көткән әсәләр,
Өҫтәлдәргә теҙеп өлөшөн.
Шәмдәр шаһит һуғыш һағышына,
Күҙ йәштәре тамған хаттарға.
Теләй- теләй шатлыҡ сабыйҙарға,
Аҡ ҡағыҙға төшкән аһ-зарға.
Сыра яҡтыһындай яҡты биреп,
Көткәндәргә өмөт өләшеп,
Күпме күҙ йәштәре һеҙ күрҙегеҙ,
Һәм уларҙы йәшерә белдегеҙ.
Көткән әсәләргә һәйкәл ҡуйып,
Һеҙҙе ҡуйыр инем янына.
Һеҙ бит ошо һәйкәлгә хоҡуҡлы,
Өмөт өләшеүсе барына.
Һеҙ бит әсәләрҙең серҙәштәре,
Күпме сабыр көтә белдегеҙ.
Ут теленә һалып кәңәшегеҙ
Һағыш уртаҡлаша инегеҙ.
Шәмдәр…Шәмдәр…
Һеҙ бит һалдат һәм партизан,
Еңеү килтереүсе ветеран.
Һеҙ бит тыл һалдаты, һеҙгә миҙал.,
Һеҙгә булһын ине һәр саҡ дан.
Музейҙарҙа бөгөн урынығыҙ,
Милтәләрҙә ҡором- ҡайғылар.
Һуғыш һалған һағыш шаһиттары –
Һеҙ күңелдә һәр саҡ барһығыҙ.
Һеҙҙе оноторға юҡ хаҡыбыҙ,
Һеҙ ҡайғылаш, серҙәш булдығыҙ.
Ҡайғыларҙы баҫты ялҡынығыҙ,
Хәтерҙәрҙә мәңге ҡалығыҙ!
Рәйсә Иҫәнбаева.

ЕҢЕҮ КӨНӨНӘ АРНАЛА
Ҡобайыр
Урал тауҙары артында
Башҡортостан иле бар.
Тирә- яғы ҡуйы урман,
Йәйелеп ятҡан ҡырҙар бар.
Башҡорт тигән милләттең
Йәшәр өсөн ере бар.
Туған халҡын яҡларға
Сәсән булған теле бар.
Көтмәгәндә башҡорт илен
Ҡара болот ҡапланы.
Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ берендә
Гитлер һуғыш башланы.
Көнсығыштан көнбайышҡа
Һуғыш юлы һуҙылды.
Һуғыш юлдары һуҙылғас,
Матур тормош боҙолдо.
Бөтә халыҡ ҡаршы торҙо
Илгә ингән дошманға,
Һәр бер егет атын менде
Фашистарҙы ҡыуырға.
Уйланы Гитлер һалдаты
Емереп алға китергә,
Бер нисә көн эсендә
Уралға ла етергә.
Ас бүреләй ҡандар эсеп,
Гитлер алға атланы,
Башҡортостан егеттәрен
Ҡол итергә уйланы.
Ҡайғырып ҡалды аталар,
Мәхрүм ҡалды әсәләр,
Тилмерешеп, зар илашып,
Етем ҡалды балалар.
Ат башында башҡорт улы
Анттар итте халҡына,
Дошмандарҙы ҡырып һалып,
Тыуған илгә ҡайтырға,
Ҡылыс, мылтыҡ ҡулдарында,
Һалдат ҡайышы билдәрҙә,
Фашистарҙы иҙмәй-ҡырмай
Ҡайтмаҫ улар иленә.
Туптар ата тирә –яҡтан,
Әйләнә көндәр төнгә,
Фашистарҙың ҡара ҡаны
Ҡойола ғәзиз ергә.
Фашист илбаҫарҙарына
Беҙҙең ер ҡәбер булды.
Ҡыҙыл армия көсәйҙе,
Яңы геройҙар тыуҙы.
Колхоз менән заводтың
Эштәре алға китте,
Ҡорал, кейем, аҙыҡ менән
Фронтҡа ҙур ярҙам итте.
Һуғыш яланында булды
Яуға яраҡлы кеше,
Ҡайғы- хәсрәттәрҙе күрҙе
Тылда ҡалған ҡарт –ҡоро.
Ғөбәйҙуллин, Матросовтар,
Летчик Муса Гәрәйҙәр
Азатлыҡ өсөн көрәштә
Алдынғылар, геройҙар.
Беҙҙең ауыл янынан да
Һуғыш урап үтмәне.
Аҫыл ир –егеттәребеҙ
Кейҙе һалдат шинеле.
Егеттәрҙе сафҡа теҙеп
Ауылдан оҙаттылар,
Алты йөҙ киткән ерҙән
Өс йөҙ генә ҡайттылар.
Фашист бәндәһенең аты
Кире яҡҡа атланы.
Ауылыбыҙ батырҙары
Дошмандарҙы тапаны.
Һуғыш бөткәс, еңеү көнөн
Берлинда ҡаршыланыҡ.
Бейек йортҡа Еңеүҙең
Байрағын беҙ ҡаҙаныҡ.
Яугирҙәрҙең исемдәрен
Хәтерләтә һәйкәлдәр.
Улар һалған хәрби юлды
Дауам итә ейәндәр.
Һәр ваҡыт тыныс булһын
Башҡортостан – илебеҙ,
Татыулыҡта, берҙәмлектә
Һәм дуҫлыҡта – көнөбөҙ!
Көнһылыу Сөләймәнова.

АТ АТЛАНДЫ БАТЫРҘАР
Бәйет
Башҡорт дивизияһын төҙөүҙә
Бөтә халыҡ әүҙем ҡатнашты.
Баймаҡтарҙан ғына йыйылған аҡса
Ике миллион ярымдан ашты.
Тылдағылар сикте ҡулъяулыҡтар,
Бәйләнеләр бейәләй-ойоҡ.
Аслы – туҡлы ғүмер итһәләр ҙә,
Тик берәү ҙә булманы бойоҡ.
Колхоздар ебәрҙе сбруйҙар
Һәм шулай уҡ арба-саналар.
Фронт өсөн китте яҡшы аттар,
Тракторҙар һәм машиналар.
Колхоз ҡырҙарында, заводтарҙа
Бала-саға, ҡарттар, ҡатындар
Ас-яланғас көйө көн-төн эшләп,
Тапшырҙылар фронтҡа барыһын да.
Еңеү өсөн алтын ҡаҙыусылар
Көн дә ҡаҙынып алтын таптылар.
Улар удар хеҙмәттәре менән
Дошман йөрәгенә аттылар.
Ә кистәрен етегән шәм яғып,
Уҡынылар һалдат хаттарын.
Иҫләнеләр һуғыштан алдағы
Тыныс ғүмер иткән саҡтарын.
Ә тегендә, Дим ҡасабаһында
Полкка тупланды батырҙар.
Аттар, кейем-һалым, ҡорал булды,
Шигебеҙ юҡ: еңеп ҡайтырҙар.
Ә полктар тиҙ ҙурая барып,
Формалашып дивизияға
112-се атлы ғәскәр
Тейәлеп китте позицияға.

Курск һәм Сталинград һуғышы,
Шунан рейд дошман тылына.
Шайморатов рейдта һәләк булды
Автоматын тотоп ҡулына.
Дивизия һаман алға бара,
Сал Днепр ҡалды арттараҡ.
Германия еренә инделәр,
Берлинға ла ҡалманы йыраҡ.
Берлин дә алынды. Һуғыш тамам.
Иң мөһиме: еңдек дошманды.
Яугирҙәр тырышлыҡ, намыҫ менән
Үтәнеләр Ватан ҡушҡанды.
Көндәр, айҙар, йылдар үткән һайын,
Атлағанда тормош үренә.
Бөйөк еңеү һәр беребеҙ өсөн
Күпкә сағыуыраҡ күренә.
Ә тереләр иҫләр шаһиттарҙы
Нисек итеп Днепр кискәнде.
Шәп аттарҙа немец-фашистарын
Уңлы-һуллы киҫеп үткәнде.
Онотмайыҡ бер ҙә, онотмайыҡ,
Яуҙың миллионлаған ҡорбанын.
Батырҙарҙың үҙен аямайса
Дошмандарға ҡаршы торғанын.
Борис Хәйретдинов.
ВЕТЕРАНДАР
Еңеү. Парад. Салют уттары
Телеп үтә зәңгәр күк йөҙөн.
Яҙҙар алып килгән был еңеү
Шатлыҡтарға күмә ил күген!
Ветерандар ғорур атлап уҙа,
Миҙалдарҙың ярһып сыңлауы…
Яңырталар ҡайғы – һағыштарҙы,
Торналарҙың әрнеп сыңрауы.
Ветерандар ғорур атлап уҙа.
Яуҙа ҡалғандарҙан аманат.
Атҡан гөлдәр, яҡты таңдар өсөн,
Баш эйәбеҙ һеҙгә, мең ҡабат!
Ҡоштар һайрауына, ал нурҙарға,
Ҡойонғанда Еңеү таңдары,
Ветерандар ғорур атлап уҙа.
Еңеү. Парад. Салют уттары!
Айгөл Аҡҡужина.

МИНЕҢ АТАЙ
Һалдат, уҡытыусы, коммунист –
Шундай ине минең атай.
Булған ҡыйыу артеллирист
Ун һигеҙҙә китеп фронтҡа.
Яраланған, тағы ла яуға ингән
Йәнен йәлләмәгән алышта.
Орден-миҙалдарын сыңлатып
Йәш офицер ҡайтҡан һуғыштан.
Ғәҙел, кешелекле һәм ябай –
Шундай ине минең атай!
Ысын уҡытыусы, кәрәк саҡта
Талапсан да ине шаҡтай.
Яҙмыш һынауына бирешмәне,
Донъя көттө, балалар үҫтерҙе.
Йорт та һалды, ағас ултыртты
Көнләштереп, хатта күптәрҙе.
Ауыр тупраҡтарың еңел булһын,
Күптән инде юҡ һин арала.
Аят уҡытып, хәйер таратһам
Юҡһыныуым бер аҙ тарала.
Зәкиә Сөләймәнова.

ЮЛДАР, ЮЛДАР…
Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығына арнала

Юлдар, юлдар,
Алыҫ оҙон юлдар…
Кемдәр сыҡмай ошо юлдарға?
Ҡайһы юлдар бик алыҫтарға китһә лә,
Оҙаҡ ваҡыттар үтһә лә,
Урап ҡайта тыуған яҡтарға.

Урап ҡайта, ә ҡайһы юлдар
Бигерәк оҙон, оҙон булалар.
Ҡайта алмай улар – юғалалар,
Йөрәктәргә әрнеү һалалар.

Ауылымды сығып киткән ерҙә
Алыҫтарға киткән юл ята.
Ошо юл сатында һәр көн иртән
Яңғыҙ, ҡарт әсәне осратам.

Маңлайына ҡулын ҡуйған да ул,
Алыҫтарға төбәп күҙҙәрен,
Яуға китеп, һәләк булған улын көтә,
Өмөт, һағыныу баҫҡан йөҙҙәрен.

Елдәр иҫеп, сал сәстәрен туҙғый,
Йыйырсыҡлы йөҙө ғазаплы.
Егерме йыл әсә көтә улын,
Әсә, меҫкен, сабыр шул саҡлы…
1985 йыл.
Айһылыу Уразгилдина.

ЕҢЕҮҘӘН ҺУҢ 75 ЙЫЛ ҮТКӘС…
Һуғыш балалары хаҡында
Ваҡыт үтте, сәскә салдар ҡунды.
Аңланыҡ беҙ хәҙер барын да.
Белдек хәҙер, ниңә әсәйебеҙ
Төндә яҫтыҡ ҡосоп илағанын да.
Ниңә ҡартәсәй өскөл хатын
Бик ҡәҙерләп кенә һаҡлаған.
Белдек хәҙер, ағайҙарҙың ниңә
Аяҡһыҙ йә ҡулһыҙ ҡайтҡанын.
Аңланыҡ беҙ хәҙер Еңеү көндө
Ниңә тотош ауыл илауын.
Тик аңламаныҡ башҡалар ҡайтҡанда
Беҙҙең атайҙың ниңә ҡайтмауын?..

Көттө уны әсәй көнөн-төнөн,
Иртә таңдан сығып ҙур юлға,
Һүндермәйсә утын, йыймай ашын,
Өйөп ҡуйып яҫтыҡ, ҙур юрған.
Анауында – тау битендә
Ул һаман да көтә атайҙы.
Барған һайын уның ҡәберенә
Әйтер кеүек: “Атайың ҡайтманы…”
Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева.
ЕҢЕҮ КӨНӨ
Йәшәү менән үлем араһында
Дүрт йыл буйы барған һуғышта
Беҙҙең һалдат Еңеү яулап алды –
Ул еңеүсе ошо алышта.
Мөһимлеген аңлап бөтмәйбеҙ шул –
Ул еңеү бит тотош беҙҙеке.
Ил етмеш өс тапҡыр байрам итә,
Еңеүселәр – беҙҙең илдеке.
Фронтовик әтей күптән гүрҙә,
Ә мин уның менән һөйләшәм.
“Рәхмәт, әтей, бөйөк Еңеү өсөн!” –
Тиеп йылдар аша өндәшәм.
Мөхәммәт Минбагисов.

ИЛЕБЕҘҘЕҢ ТЫНЫС КҮГЕ ӨСӨН…
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала

Ут бөркөгән һуғыш яланында
Күпме һалдат башын юғалтты.
Илебеҙҙең тыныс күге өсөн
Матур тормош өсөн баш һалды.
Күпме һағыш, күпме нәфрәт, ҡарғыш
Алып килде һуғыш йылдары.
Һәр ғаиләгә килеп ишек ҡаҡты
“Ҡара ҡағыҙ”, ялҡын уттары.
Ун етеһе лә тулмаған егеттәр
Һөйөүҙе лә татыманы,
Ул- ҡыҙҙары уның тыуманы,
Кәләшле лә улар булманы.
Илау, һыҡтау, һыҙланыу, яралар
Ишетелде бөтә ерҙә лә.
Бирешмәне минең сая халҡым
Дошманына башын эймәне.
Билдәләйбеҙ әле беҙ быйыл
75 йыллыҡ данлы датаны.
Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ,
Балҡып торһон минең Ватаным!
Мәүлиҙә Ҡашҡарова.

ЯУҘАН ХАТ
К.Симоновтың “Жди меня” шиғырының башҡортса варианты
Көт мине һәм мин ҡайтырмын,
Йәнем, зинһар, көт!
Һин көткәнгә генә яуҙа
Мин – ҡыйыу бөркөт!
Тәҡәтһеҙ ҡыҙҙырғанда ла,
Баҫҡанда ла көрт,
Башҡалар көтмәгәндә лә,
Йөрәккәйем, көт!
Хаттарым туҡтап ҡалһалар
(Ара йыраҡ бит!),
“Юғалған ул”, – тиһәләр ҙә,
Ышанма һин, көт!
Әйтә күрмә: “Ҡайҙан ғына
Күңелгә был йөк?”
Һин көткәнгә мин теремен,
Көт, һөйөклөм, көт!
Миҙалдарҙан ҡәҙерлерәк
Көтә белеүең!
Тоғро йәнем, һин булғанға
Алда – еңеүем!!!
Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева).