logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында

Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған “Аҡмулла арбаһы” проекты сиктәрендә уҙғарылған “Иң күп китап уҡыусы ауыл” республика бәйгеһенең “Һүҙ ҡәҙере – ҡәләм ҡөҙрәте” тип аталған йомғаҡлау кисәһе үтте.

Әҙәбиәт байрамы “Аҫылташ” өлгөлө балалар театрының (етәксеһе Радмир Дәүләтбәков) яҡташыбыҙ, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләктең “Күперҙәр” поэмаһын сәхнәләштереүе менән башланды. Баймаҡ районынан барған бик ҙур делегация барыһы ла шәп номинацияларҙа дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина – “Иң һөҙөмтәле эшләүсе китапхана мөдире”,
Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова –”Иң күп китап уҡыусы ауыл” республика бәйгеһендә еңеүсе,
Гөлнәзирә Ҡашҡарова – “Иң әүҙем китапхана уҡыусыһы” номинацияларында еңеүсе дипломы,

китапхана методисы, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе Айгөл Иҙелбаева – “Башҡорт әҙәбиәтен иң әүҙем пропагандалаусы”,
берекмә ағзалары
Таңһылыу Вәлиева-Ҡарасурина – “Иң уҡымлы хикәйә” конкурсы еңеүсеһе” дипломдары,

Әкрәм Ҡәйепҡолов, Хазина Исҡужина һәм Ирек Бикмәтовтар әҙәбиәтебеҙгә, баҫмабыҙға терәк, халҡыбыҙға кәрәк булып, ялҡынлы йөрәк менән рухиәтебеҙ хаҡында ҡайғыртып йәшәүе өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Әйткәндәй, 14 апрелдә Өфө ҡалаһының “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының “Ағиҙел” әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының 100 йыллыҡ юбилей тантанаһында “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Әкрәм Ҡәйепҡолов һәм Гөлсөм Зәкирова “Ағиҙел” журналы ойошторған ижади конкурстар еңеүселәре булды. Афарин, үҙебеҙҙекеләр!

Ейәнсурала үткән йомғаҡлау сараһы Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор” хикәйәһенең моноспектакле менән тамамланды. Төп һәм берҙән-бер Зөбәйер ролен талантлы режиссер һәм актер Радмир Дәүләтбәков бик оҫта итеп башҡарҙы.