logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“ЕТЕМ ЯЛАН” ТҮГЕЛ, Ә “МӨХӘББӘТ ЯЛАНЫ”

А.Ҡәҙерғоловтың “Етем ялан” романындағы һирәк ҡулланылған һүҙҙәрҙе өйрәнеү

Байым Ишан нәҫеленән булған Ҡәҙерғолов Азамат Яхъя улы 1938 йылдың 20 авгусында Түбә ҡасабаһында тыуған. Шунда урта мәктәптә уҡый. Атаһы бик иртә вафат булыу сәбәпле һәм Ватан һуғышы килтергән етешһеҙлек, аслыҡта йәшәүҙән бала сағы ауыр шарттарҙа үтә. Түбә ҡасабаһынан Темәс ауылына күсеп киләләр. Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлай, “Һәүәнәк” совхозында тракторсы, һуңғараҡ комсомол ойошмаһы етәксеһе булып эшләй.
Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ район гәзитенә көнүҙәк темаларға мәҡәләләр, ауылдың алдынғы кешеләре тураһында очерктар яҙа. Тиҙҙән уны редакцияға хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. 1963 йылдан алып Баймаҡ район гәзитендә радиохәбәрсе була. Ғаилә хәле буйынса Ҡырмыҫҡалы районына күсеп, ундағы гәзит редакцияһында эшләргә лә тура килә. Әҙәби ижад менән ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында етди шөғөлләнә башлай, эштән буш ваҡытта хикәйәләр, күләмле проза әҫәрҙәре ижад итә.
Азамат Ҡәҙерғолов 1983 йылда фәжиғәле рәүештә һәләк була. 45 йәшен дә тултыра алмай яҡты донъя менән хушлашһа ла, үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙып ҡалдыра. Ул уҡыусыларына «Етем ялан» романы һәм «Илек бүләге» исемле китаптары аша яҡшы таныш. Шулай ҙа бик күп ижади пландары тормошҡа ашырылмай ҡала. Ул нәшриәттә баҫылып сыҡҡан китаптарын да күрә алманы, шунлыҡтан Яҙыусылар Союзына ағза итеп ҡабул ителмәгән – шуныһы үкенесле…
Яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов һәм Сабир Шәриповтың ярҙамы менән Азамат Ҡәҙерғоловтың хикәйәләре республика гәзиттәрендә, «Аманат» журналында донъя күрҙе. “Бүре”, “Иҫке күпер”, “Үгәй атай”, “Илек бүләге” хикәйәләре күренекле артист – башҡорт театр һәм кино актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡолртостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов башҡарыуында радионан яңғыраны. “Бүре” хикәйәһе буйынса радиопостановка яҙҙырылды. Сценарийҙың авторы һәм режиссеры – Әхтәм Әбүшахманов булһа, ролдәрҙе республика Милли Йәштәр театры артистары башҡарҙы.
Заманында үткер телле журналист та, талантлы яҙыусы ла булған яҡташыбыҙ Азамат Ҡәҙерғоловтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы уның 1997 йылда Өфө “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Етем ялан” романы буйынса һүҙлек менән эш тәҡдим итәбеҙ. Әҫәр күпселек осраҡта әҙәби телдә һүрәтләнә, әммә диалект берәмектәр ҙә бик күп ҡулланыла. Һирәк осраған һүҙҙәр ҙә бихисап. Уларҙың мәғәнәләрен өйрәнеүҙә Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге, Тарих тел һәм әҙәбиәт институтының Мәскәүҙә 1993 йылда сығарған ике томлыҡ “Ба#ҡәҙерғолов#85йыл
#һүҙлекменәнэш
#работасословарем

“ЕТЕМ ЯЛАН” ТҮГЕЛ, Ә МӨХӘББӘТ ЯЛАНЫ
А.Ҡәҙерғоловтың “Етем ялан” романындағы һирәк ҡулланылған һүҙҙәрҙе өйрәнеү

Байым Ишан нәҫеленән булған Ҡәҙерғолов Азамат Яхъя улы 1938 йылдың 20 авгусында Түбә ҡасабаһында тыуған. Шунда урта мәктәптә уҡый. Атаһы бик иртә вафат булыу сәбәпле һәм Ватан һуғышы килтергән етешһеҙлек, аслыҡта йәшәүҙән бала сағы ауыр шарттарҙа үтә. Түбә ҡасабаһынан Темәс ауылына күсеп киләләр. Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлай, “Һәүәнәк” совхозында тракторсы, һуңғараҡ комсомол ойошмаһы етәксеһе булып эшләй.
Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ район гәзитенә көнүҙәк темаларға мәҡәләләр, ауылдың алдынғы кешеләре тураһында очерктар яҙа. Тиҙҙән уны редакцияға хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. 1963 йылдан алып Баймаҡ район гәзитендә радиохәбәрсе була. Ғаилә хәле буйынса Ҡырмыҫҡалы районына күсеп, ундағы гәзит редакцияһында эшләргә лә тура килә. Әҙәби ижад менән ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында етди шөғөлләнә башлай, эштән буш ваҡытта хикәйәләр, күләмле проза әҫәрҙәре ижад итә.
Азамат Ҡәҙерғолов 1983 йылда фәжиғәле рәүештә һәләк була. 45 йәшен дә тултыра алмай яҡты донъя менән хушлашһа ла, үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙып ҡалдыра. Ул уҡыусыларына «Етем ялан» романы һәм «Илек бүләге» исемле китаптары аша яҡшы таныш. Шулай ҙа бик күп ижади пландары тормошҡа ашырылмай ҡала. Ул нәшриәттә баҫылып сыҡҡан китаптарын да күрә алманы, шунлыҡтан Яҙыусылар Союзына ағза итеп ҡабул ителмәгән – шуныһы үкенесле… Яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов һәм Сабир Шәриповтың ярҙамы менән Азамат Ҡәҙерғоловтың хикәйәләре республика гәзиттәрендә, «Аманат» журналында донъя күрҙе. “Бүре”, “Иҫке күпер”, “Үгәй атай”, “Илек бүләге” хикәйәләре күренекле артист – башҡорт театр һәм кино актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡолртостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов башҡарыуында радионан яңғыраны. “Бүре” хикәйәһе буйынса радиопостановка яҙҙырылды. Сценарийҙың авторы һәм режиссеры – Әхтәм Әбүшахманов булһа, ролдәрҙе республика Милли Йәштәр театры артистары башҡарҙы. Ауылдаштары тәҡдиме буйынса уға, үлгәндән һуң булһа ла, Сәғит Мифтахов исемендәге район журналистар премияһы тапшырылды. Темәстә һәм Һаҡмар ауылындағы (“Етем ялан”дағы – Ҡаҡтуғай) урамдар Азамат Ҡәҙерғолов исемен йөрөтә.
Заманында үткер телле журналист та, талантлы яҙыусы ла булған яҡташыбыҙ Азамат Ҡәҙерғоловтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы уның 1997 йылда Өфө “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Етем ялан” романы буйынса һүҙлек менән эш тәҡдим итәбеҙ. Әҫәр күпселек осраҡта әҙәби телдә һүрәтләнә, әммә диалект берәмектәр ҙә бик күп ҡулланыла. Һирәк осраған һүҙҙәр ҙә бихисап. Уларҙың мәғәнәләрен өйрәнеүҙә Рәсәй Фәндәр Академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге, Тарих тел һәм әҙәбиәт институтының Мәскәүҙә 1993 йылда сығарған ике томлыҡ “Башҡорт теленең һүҙлеге” – беҙҙең төп ярҙамсыбыҙ булыр.

1. – Инәкәйем! Тамам асыҡтым – эсем ҮТКӘШТЕ (11-се бит).
Үткәшеү – ҡылым.
Оҙаҡ ваҡыт ас йөрөүҙән ныҡ тартылыу (эскә ҡарата).

2. Ҡаты ҡарҙағы ҺҮЛӘМҺЕҮ саңғы эҙҙәре Әсе йылғаһы яры буйлап бер ни тиклем һуҙылған да Ҡамышаҡ тауы битенә тартҡан (26-сы бит).
Һүләмһеү – һүләм юл (диал.) – һүрәпән юл.
Һүрәпән юл – иҫке һуҡмаҡ

3. Ләкин хәҙер АЖАРЫМ ҡайтты үҙемдең (35-се бит).
Ажар – исем.
А. Ташып торған көс, ғәйрәт; алҡынып торған дәрт; айбар.
Ажар ҡайтыу – дәрт һүнеү, көс кәмеү.
Б. Кешенең ҡотон алып, ярһып торған асыу.
Ажар күрһәтеү.

4. Һинең донъяң вайран булып ятҡанға минең йөрәгем һыҙлай, ЙҮҢКЕҮ булғаныңа асыуым килә.

Йүңкеү – ҡылым.
А. Интегеү, йонсоу.
Б. Диалект. Йүнәлеү, мандыу.
В. Сифат. Ауыр эш-хәлдән ҡаҡшаған, йонсоу.

5. Гөлнур ҡаушап торманы – аяғына өҙәңгене эләктереп, эйәргә САПСАН һикереп менде һәм, теҙгенде ҡулына урап тотоп, аттың ҡабырғаларына ҡамсы менән уңлы-һуллы һыҙыра тартты (43-сө бит).
Сапсан – сифат.
А. Етеҙ, тиҙ хәрәкәтле; йылдам, йылғыр. Әҫәрҙә ошо мәғәнәлә бирелгән.
Сапсан ат. Сапсан кеше. Сапсан ҡош. Сапсан булыу.
Б. Эштә, тормошта өлгөр, сос.
В. Ыласындар ғаиләһенә ҡараған оҙон осло ҡанатлы, тар ҡыҫҡа ҡойроҡло, ҡыҙғылт һары һәп аҡ ҡорһаҡлы, көрәнһыу һыртлы йыртҡыс
ҡош.

6. Тфү, нишана, КӘҮЕК һүрәт! (52-се бит).
Кәүек – сифат.
А. Тос түгел, еңел, осоҡ.
Кәүек бойҙай. Кәүек бесән.
Б. Муртланған.
Кәүек ағас.
В. Күсмә, диалект – Йоҡа, еңел (кешегә ҡарата). Романда “кәүек” берәмеге ошо мәғәнәне сағылдыра.

7. Иркәләп-һөйөп кенә үҫтерҙек, тәмле-татлы ашаттыҡ, кейемдәрҙең дә иң НӘҒЕЗЕН кейҙерҙек… (59-сы бит).
Нәғез – (фарсы телендә) – сифат.
А. Ҡуйылған талаптарға яуап бирерлек, ысын мәғәнәһендә яҡшы булған, һәйбәт.
Нәғеҙ Урал ҡурайы.
Б. Нәҡ, хас, тап.

8. Ҡоторонҡа ҺЫЯЛАР булдырмаҫ өсөн ҡаҙып сыҡтыҡ уларҙы (канауҙарҙы) – 67-се бит.
Һыя – исем.
Диалект – Шыя.
Шыя – исем.
А. Һыу өҫөтөндәге туңып етмәгән ҡар ҡатыш боҙ; сыйҙым (романда ошо мәғәнәлә бирелгән).
Б. Ҡар аҫтывна төшкән һыу.
В. Диалект – шайыҡ.
Г. Диалект – лайла.

9. Бик ИЛПӘК, ярҙамсыл, эшкә әрһеҙ кеше (Зиннәт) – 69-сы бит.
Илпәк – сифат.
Диалект – илгәҙәк.

10. Хе, Радик ҠЫЛЪЯЙА инде – сыҡты-китте; ана, леспромхозда шоферһыҙ кран ултыра (79-сы бит).
Ҡылъяйыу – ҡылым.
А. Нимәгәлер иғтибар итеп, иҫ китеү.
Б. Диалект – Ҡылтайыу – ҡапыл үсегеү, үпкәләү.

11. МАҠЫМ һин!
Маҡым – сифат, диалект. Аңһыҙ, алйот тигән мәғәнәлә.

12. Шәкирҙең бәйләнсек икәнен һәм унан һис ҡотолоп булмаясағын белгән ҡарт бүтәнсә ЯЛТАРЫП маташманы, бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе, тик илектәр хаҡында бер һүҙ ысҡындырманы (101-се бит).
Ялтарыу – ҡылым. Ялтаныу.
Ялтаныу:
А. Ҡапыл бер яҡҡа тайпылыу, тайшаныу.
Б. Күсмә: Берәй эш-хәл ҡасып ситләшеү.

13. Ҡарт һәүетемсә шәп ине әле, ошо һуңғы йылдарҙа шаҡтай МӨҘӨРӘГӘН…(102-се бит).
Мөҙрәтеү – ҡылым. Ныҡ йонсотоп хәлһеҙләндереү. Тимәк, романда “хәлһеҙләнгән” мәғәнәһен бирә.

14. – ЙОБАЙ булғаныңа мин ғәйеплеме ни?! (109-сы бит).
Йыбау – сифат. Диалект. Ығыш, мыштыр.
Йобаныу – ҡылым.
А. Диалект. Мыштырлау, ығышыу.
Б. Диалект. Йыбаныу.
Йыбаныу – сифат. Диалект. Ниҙер эшләргә, ҡуҙғалырға ялҡауланыу; иренеү.

15. Миңә ҺАЛЫҠ, әрәм тамаҡ булып ятҡаны өсөнмө? (178-се бит).
Һалыҡ – исем.
А. Өҫкә төшкән ауырлыҡ, бәлә. Әҫәрҙә ошо мәғәнәлә бирелгән.
Б.Диалект. Һалым, яһаҡ.

16. Етәкселек йөгөн белгестәргә өләшеп биргәнгә ЫРАЙЫ ҡайттымы? (209-сы бит).
Ырай – исем.
Эштең уңышлы барышы, эш барышындағы яҡшы һөҙөмтә.

17. Бына, һинең тоғро юлға баҫырға теләүеңде бик МӘҒҠУЛ күрәм (221-се бит).
Мәғҡул – сифат. Ғәрәпсә.
А. Бик урынлы, аҡылға мыуафиҡ; лайыҡ, лайыҡлы.
Б. Урынлы булыу, уңай булыу; хуплау.

Романда Азамат Ҡәҙерғолов үҙе уйлап сығарған тос әйтемдәр ҙә йыш осрай. Мәҫәлән,
*Насар халыҡ булмай, насар етәкселәр генә була.
*Һунарсымын тигән һунарсы зыянһыҙ кейекте улай атып йыҡмаҫ, намыҫы алдында енәйәт итеп күрер.
*Күс алдында хәбәр итеү ошаҡҡа һаналмай.
*Еңеүселәрҙе ғәйепләмәйҙәр.
*Тормоштағы бүтән хаталарҙы төҙәтергә өмөт була, ә мөхәббәттә хата яһау – уға үлем килтереү.
*Көнләшеү… Хыянат итеүҙән һис айырмаһы юҡ көнләшеүҙең.
*Асыҡ ауыҙ бер йотор, элдем-алдым ике йотор.
*Йөрәк күкрәктә берәү генә, һәм ул үҙенә берәүҙе генә ғүмерҙәш итеп ала.
*Илленсе йылдарҙа, бәлки, ярайһы ғына белгес һаналғандыр, ә хәҙерге осор өсөн – тутыҡҡан ҡаҙаҡ. Серек ағасҡа үппә ҡәҙәрем инеп китә, ә йәш ағасҡа – кәкрәйә.

Төп героиня Гөлнурҙың эшкә илке-һалҡы ҡараған Радик һәм Альберт менән бәхәстә үҙе хаҡында әйткән фекерҙәре бик матур, бөгөнгө көндә лә актуаль: “Мин – заманымдың ҡыҙы һәм заманым ҡушҡанса йәшәргә тейешмен. Мин хеҙмәтте яратам. Еңел хеҙмәтте түгел, ә мәшәҡәтле һәм ауыр хеҙмәтте. Арыуҙы яратам. Эштән арып ҡайтыуҙан да ләззәтле кисереш юҡтыр донъяла! Йөрәгеңде ҡәнәғәтлек хисе биләй, тәнең һынығыуҙан һулҡылдап ойой. Бына шул мәлдә үҙеңде ғәмһеҙ итеп тояһың, бәхетле икәнеңә ышанаһың, рәхәтләнеп ял итеүгә хаҡлы икәнеңә ғорурланаһың. Хеҙмәт романтикаһы был… Үҙем ата тәрбиәһе күрмәй үҫтем, яҡшылап тәрбиәләргә әсәйемдең дә форсаты теймәгән. Әммә мин бәхет хаҡында шытырмаҡ аҡса үтә фекер йөрөтөргә өйрәнмәнем. Тормошта бөтәһе лә булырға тейеш: шатлығы ла, рәхәте лә, михнәте лә. Юғиһә, ул һаҫыҡ күлгә оҡшар ине. Ә һеҙ шул һаҫыҡ күлгә сумырға ынтылаһығыҙ. Үҙегеҙ ҙә һаҫыясаҡһығыҙ, егеттәр, ә һаҫыҡ еҫтән кеше танауын ҡаплап ҡаса!” – ти ул.
Ябай, ләкин
мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған роман еңел, һығылмалы тел менән яҙылған, тормошсан картиналарҙа ауыл кешеләренең баҙыҡ характерҙары күренә. Бының уңышы – яҙыусының ябай ауыл кешеһе булыуы һәм халыҡ араһында йәшәүе. Яҡташ яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов китапҡа “Әҙер яҙыусы…” атамалы бик үкендергес баш һүҙ яҙған, уҡығандар быға инаныр. Аҫылғужа Ишем улының әҫәрҙең теле тураһында яҙғандарынан өҙөмтә килтереү зарур:
“Азамат Ҡәҙерғоловтың “Етем ялан” романының теле хаҡында, стиль үҙенсәлектәре тураһында ла байтаҡ йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Оҙонға һуҙмайынса, шуны ғына билдәләп китәйек: автор һүҙ менән дә бик оҫта эш итә, диалектизмдарҙы ла уңышлы файҙалана. Әйтәйек, уның теленә “һалыҡ”, “шөңгөнө”, “һүләмһеү”, “ырыҡта” кеүек әҙәбиәттә һирәк ҡулланылған һүҙҙәр һаҡ һәм урынлы индерелә, бының менән телмәрҙең экспрессив, эстетик йоғонтоһо көсәйтелә. Шул уҡ ваҡытта Азамат урындағы халыҡ һөйләшен (Көнсығыш диалекттың Ҡыҙыл-Һаҡмар һөйләше) әллә ни һерәйтмәй генә йәнле итеп бирә алған. Халыҡсан юмор бөркөлөп торған юлдарҙа ла, етди стиль менән яҙылған урындарҙа ла автор сик-саманы белә – үтә сөсөләнеп-ваҡланып китмәй, артыҡ күпертеп-ҡабартып та ебәрмәй.
Азамат Ҡәҙерғоловтың барлыҡ ҡулъяҙмалары менән дә эш иткәнгә миңә уның романын да, хикәйәләрен дә ҡат-ҡат эшкәрткәнлеге яҡшы билдәле, был хәл авторҙың үҙ-үҙенә бик талапсан ҡарауын раҫлай…
“Етем ялан” – тулы ҡанлы, юғары художестволы роман, ҡасан яҙылыуына ҡарамаҫтан, әҙәби факт. Тәбиғәте менән үтә лә баҫалҡы, һәр саҡ ипле һәм йөҙөнән һис ҡасан да ниндәйҙер ғәйеплерәк йылмайыу китмәгән яҡташым Азамат Ҡәҙерғолов башҡорт әҙәбиәтенә билдәле бер миҡдарҙа байлыҡ һәм матур биҙәк өҫтәп китте был тормошта – уның ҡәҙере шул, баһаһы шул!..”

Әйткәндәй, был мәҡәлә “Һаҡмар” гәзитенең 33-сө һанында (18 август, 2023 йыл, 8-се бит) донъя күрҙе.