Фирүзә Абдуллинаға – 60 йәш!
?ҠОТЛАЙБЫҘ!?
Бөгөн Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, ижады менән күптәрҙең күңелен яулаған популяр шағирә, яҡташыбыҙ Фирүзә Абдуллинаға – 60 йәш!
Фирүзә Абдуллина (Байтурина) Дәүләтша ҡыҙы 1961 йылдың 24 февралендә Баймаҡ районы Шүлкә ауылында тыуған. Баймаҡ интернат-мәктәбен, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлай, 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай.
Фирүзә Абдуллина мәктәп йылдарынан уҡ шиғырҙар яҙа. Стәрлетамаҡта уҡыған сағында “Ашҡаҙар” әҙәби ижад түңәрәгенә йөрөй, шиғырҙары матбуғат биттәрендә баҫыла. 1982, 1984 йылдарҙа сыҡҡан “Йәш көстәр” йыйынтыҡтарына Фирүзә Байтуринаның да шиғырҙары ингән. Шағирәнең 2015 йылда “Барыһы ла яҡшы буласаҡ!”, “Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!”, 2016 йылда “Ихлас күңелдән!” исемле йыйынтыҡтары донъя күрә. Был китаптарҙы шиғыр һөйөүселәр яратып ҡабул итте. Авторҙың “Йәйғор сатыр” тип аталған шиғырҙар шәлкеме 2017 йылда “Китап” нәшриәтендә өс авторҙы берләштергән йыйынтыҡта баҫыла. Юбилейына ҡарата Сибай типографияһында “Бәхет бар ул!” тип аталған 5-се китабы донъя күрҙе. Шағирәнең “Бәйләнештә” селтәрендә “Ғәжәп донъя” тип аталған шиғри төркөмө бар. Был төркөмдә Фирүзә Абдуллина ижадын яратыусы дуҫтары менән әүҙем аралаша, ижад емештәре менән шиғриәт яратыусыларҙы һөйөндөрә. “Ғәжәп донъя” төркөмө – интернет ҡулланыусылар араһында киң популярлыҡ яулаған төркөм. Төркөмдөң әле 12500 тирәһе уҡыусыһы бар. Фирүзә Абдуллина шулай уҡ “Бәйләнештә” селтәрендәге “Беҙ Баймаҡтар бит әле!” төркөмөн ойоштороусы. Бында Баймаҡ районынан сыҡҡан күренекле шәхестәр тураһында мәғлүмәт бирелеп бара. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының шиғырҙары республика баҫмаларында – “Ағиҙел”, “Шоңҡар” журналдарында, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә әленән-әле донъя күрә. Ул Ҡырмыҫҡалы районының “Илһам” әҙәби берекмәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Әсә, мөхәббәт, тормош, сәләмәтлек, туғанлыҡ, тыуған ер, хистәр донъяһы, ғәҙеллек һәм башҡа темаларҙы Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы шиғыр яратыусы күңеленең иң нескә ҡылдарын сиртерлек, йөрәк түренә еткерерлек һүҙҙәр менән яҡтырта. Ижадында айырыуса ҡатын-ҡыҙ яҙмышы сағылыш таба. Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына Юлай Моратов, Юлай Үҙәнбаев, Артур Туҡтағолов, Рәмил Туйсин, Йәғәфәр Нәҙершин, Дамир Солтанов, Иҙел Нурғәлин, Хәлил Биктимеров, Вилүр Мәүлетов һәм башҡа композиторҙар тарафынан 100-ләгән йыр ижад ителгән. Уларҙы республикала танылыу яулаған йырсылар – Алһыу Бәхтиева, Зилиә Бәхтиева, Рәмил Туйсин, Резеда Әминева, Фәрүәз Урманшин, Иҙел Нурғәлин, Миңзифа Исҡужина, Артур Туҡтағолов, Рауил Харрасов, Флүрә Шәрипова, Илдар Абдуллин, Гөлфиә Хәләфетдиновалар башҡара.
Яҡташыбыҙ, билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаны матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ, ижад шишмәләренең һайыҡмауын, ижади бейеклектәр, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Алтмыш.
Йылы өйҙә тыныс ҡына
Һәүетемсә йәшәп ятмыш,
Өй тирәләй шығыр-шығыр
Ҡарауыллап йөрөй алтмыш.
Йәшәү дәртем әүәлгесә –
Артыҡ түгел, түгел ҡайтыш,
Һиҫкәндереп, борсолдороп
Сабыр ғына көтә алтмыш.
Тормош юлым һикәлтәле –
Ҡайҙа ҡайғы, ҡайҙа һағыш,
Зарланмайса, мыжымайса
Етеп киләм һиңә, алтмыш!
Күңел ишегем шар асыҡ,
Һынаһа ла байтаҡ яҙмыш,
Ҡолас йәйеп, шатлыҡ менән
Көтөп алам һине, алтмыш!
Йәшәү – бәхет, йәшәү – көрәш,
Көтөп тормаҫ гелән алҡыш,
Ярһыу-яныуҙарым менән
Мин һинеке хәҙер, алтмыш!
Һәр ғәмәлем – яңы бер үр,
Һәр бер көнөм – яңы балҡыш,
Маҡсат, өмөт, хыял менән
Ҡаршылайым һине, алтмыш!!