“Хәтер мәңгелек” исемле Бөйөк Еңеүгә арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе
Йылда район үҙәк китапханаһы йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында ике¸өс быуын вәкилдәре ҡатнашлығында Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәреп килә. Быйыл да бәйге ике турҙа үтте.Район бәйгеһендә 5 йәштән 87 йәшкә тиклем бөтәһе 80 бәйгесе ҡатнашты. Бәйге барышында А.Игебаев, В.Буранбаев Р.Сафин, М.Кәрим. М.Хәй, Ф.Абдуллиналарҙың һ.б. шиғырҙары яңғыраны.
1-се урынды– Ниғәмәт ауылынан Рәйсә Иҫәнбаева, ҡыҙы Ләйлә һәм ейәнсәре Әҙилә Мырҙағалиналар яуланы.
2-се урынды Буранбай ауылынан Гөлнур Раева, Йәнгүзәл Буранбаевалар, 1-Этҡол ауылынан Зәкиә Сөләймәнова, Альбина Дәүләтбирҙина, Таңсулпан Сәлимовалар, 2-се Этҡолдан Хәмдиә Ғүмәрова, Зөбәржәт һәм Заһир Боҫҡоновтар, Баймаҡтан Гөлназ, Сабина һәм Ғәйсәр Ғүмәровтар бүлеште.
3-сө урынды Темәс ауылынан Нәзилә Яхина, Азалия Аҡбулатова, Татлыбай ауылынан Фирүзә Йосопова, Гөлнур Йосопова, Азалия Яхиналар, Ҡуянтау ауылынан Гөлфирә Дәүләтбирҙина, Ислам Дәүләтбирҙиндар бүлеште.
Тамашасылар һөйөүе призына ҡаланың 4-се мәктәп-лицейы уҡыусыһы Йәмил Сәйҙәлиев лайыҡ булды.
Иң кесе ҡатнашыусы Семеновск ҡасабаһынан Гөлсөм Әбүбәкирова (5 йәш).
Иң оло ҡатнашыусы Йомаш ауылынан Вәлиәхмәт Килдеғошов (87 йәш).
- Йомаш ауылынан килгән бәйгесе, һуғыш йылы балаһы Килдеғошов Вәлиәхмәт Ҡотлоәхмәт улы менән бәйгеселәр яҡыныраҡ аралаша алды. Ул ” Буранбай” башҡорт халыҡ йырын башҡарғанда тамашасылар тын ҡалды. Был бәйге һуғыштың ҡот осҡос ауырлыҡтарын татыған һалдат -яугирҙәргә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтәһен дә эшләгән тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына мәдхиә булһын.