“Хәтер мәңгелек” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе
Бөйөк Еңеү алдынан илебеҙҙә Хәтер айлығы бара. Ошо айлыҡ сиктәрендә районыбыҙҙа, Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләп, һуғыш һәм тыл ветерандары , һуғыш йылы балалары менән осрашыуҙар, батырлыҡ дәрестәре, Хәтер һәм Ҡәҙер кисәләре үтә.
Хәтер айлығы сиктәрендә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Хәтер мәңгелек” исеме аҫтында район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Быйылғы Еңеү байрамына арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үҙенсәлекле булды.
Бәйгегә алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡала һәм ,районыбыҙҙың бик күп ауылдарынан шиғриәтте үҙ иткән дүрт, өс, ике быуын вәкилдәренән торған ғаиләләр- бөтәһе 58 бәйгесе ҡатнашты.
Гран – Прины Кәрешкә ауылы ағинәйе Гөлнур Йәнтилина (78) һәм бүләсәре Гөлсинә Мөстәхитдинова яуланы. Улдар Р.Йәнбәктең “Хәбәрһеҙ юғалған һалдат”, М.Кәримдең “Билдәһеҙ һалдат” исемле шиғырҙарын йөрәктәргә үтеп инерлек итеп һөйләне.
1 урынды Сыңғыҙ ауылынан Мәҙинә Туйсина һәм ейәне Уразбаев Рәсүл яуланы.
2 урынға Төркмән ауылынан Бүләканова Зәлиә ҡыҙы Рәлиә һәм Ярат ауылынан Үҙәнбаева Рима ҡыҙы Наҙгөл менән лайыҡ булдылар
3 урынды:
-Ниғәмәт ауылынан Рәйсә Иҫәнбаева, ҡыҙы Ләйлә Мырҙағалина(Баймаҡ) һәм ейәнсәрҙәре Нәзилә һәм Рәлиә ;
-Һаҡмар ауылынан Миңлегөл Бикташева ҡыҙы Сәлимә Ильясова менән;
-Байыш ауылынан Хәсәнова Мәрйәм улы Азамат менән яуланы.
Ишбирҙе ауылынан к илгән 4 быуын вәкиленән торған ғаилә Кәйекбирҙина Фирҙәүес өләсәй,ҡыҙы Ләлә Иҙелбаева, ейәнсәре Зарина Солтанова, бүләсәре Әминә Солтановаларҙың сығыштары маҡтауға лайыҡ.
Еңеүселәр Диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр менән баһаландылар.
Баһалама ағзалары кәңәшмәлә булған саҡта китаптар авторы, мәғариф ветераны, “Йәнгүҙәй” ижади берекмәһе ағзаһы Рәйсә Иҫәнбаева менән осрашыу бик йәнле булды. Әҙәбиәт һөйөүселәр ҡыҙғандан ҡыҙа барҙы, Иҫке Сибай ауылынан сығыш яһаған Найля Моталлапованың, Ишбирҙе ауылы ағинәйе Фирҙәүес Кейекбирҙинаның , Ниғәмәт ауылынан килгән Мырҙағалина сығыштары күңелдәргә хуш килде.
Был тәрбиәүи фәһемле сара һуғыштың ҡот осҡос ауырлыҡтарын татыған һалдат -яугирҙәргә, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бөтәһен дә эшләгән тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына мәдхиә булһын!
Сәрүәр Иҙелбаева