logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Хәтерләйбеҙ”

Билал ауыл китапханаһы ҡатын – ҡыҙҙар советы менән берлектә “Хәтер – мәңгелек!” проекты менән уҙған йыл аҙағынан эшләй. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылау маҡсатында старт алған ине. Сираттағы “Хәтерләйбеҙ” исемле мәҙәни сара район инвалидтар ойошмаһы менән берлектә ойошторолдо. Инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Иванова Луиза Салауат ҡыҙы етәкселегендәге команда Билал, Һәмән ауылдарының тыл ветерандары, һуғыш йылы балалары менән яҡындан аралашты, күп һанлы һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыу концерт номерҙары менән аралашып барҙы.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 7 тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтһә лә һуғыш шаңдыуы һаман да яңғрай. Хәтер мәңгелек.