“Hand made” клубы эш башланы
✂21 ноябрь көнө Баймаҡ үҙәк китапханаһы янында тағы ла бер яңы клуб эшен башланы. Заманса “Hand made”, йәғни “Ҡул эштәре” тип аталған клубтың маҡсаты оҫтабикәләрҙе бергә туплау, үҙ-ара эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыу, мастер-класстар уҙғарыу, ҡул эштәренә өйрәтеү. Тәүге көндә “француз косынкаһы” тегеү буйынса мастер-класс үтте. Оҫтабикәләр бесергә өйрәнде, теген машинкаларында еңел туҡымаларҙан тиҙ арала заманса шарфтар тегеп тә ҡуйҙы. Клубты ойоштороусылар белдереүенсә, киләсәктә бындай мастер-класстар төрлө темаларға арналасаҡ, ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа матур ҡул эштәре менән танылыу алған оҫтабикәләр менән осрашауҙар үтәсәк.