logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Хазинаға тиң ижад

Шағир, прозаик, драматург, сатира оҫтаһы, балалар яҙыусыһы ла булған Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Буранбай Мәхмүт улы Искужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуы айҡанлы халыҡ ижады үҙәгендә “Хазинаға тиң ижад” тип аталған Буранбай Исҡужиндың Хәтер кисәһе, «Хазина» китабының исем туйы һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән Б.Исҡужин исемендәге сатира, юмор һәм лаҡаптар конкурсының йомғаҡлау кисәһе үтте.
Яҡташ яҙыусылар аҙналығы сиктәрендә ойошторолған сарала баш ҡалабыҙ Өфөнән килгән яҡташ яҙыусылар – “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, “Һәнәк” журналының яуаплы сәркәтибе Илгиз Ишбулатов, драматург, шағирә Әминә Яхина, Буранбай Исҡужиндың ғаиләһе – Хазина Зыяитдин ҡыҙы һәм Зифа Бүребай ҡыҙы Исҡужиналар, күп һанлы туғандары, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов етәкселегендә ауылдаштары, класташтары, ижадташ дуҫтары, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, китапханасылар һәм әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтар ҡатнашты.
Буранбай Исҡужиндың ижадташ дуҫы, шағир Фәнил Әбделмәнов шаян шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, Байыш ауылынан “Иҫтәлек” фольклор төркөмө Буранбай Исҡужинға арналған таҡмаҡтарын йырланы, Баймаҡ модель китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Зилә, Ғәле һәм мин” китабынан библиоперфоманс күрһәтте. Кисәлә Буранбай Исҡужин һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны – Легендар “Рух” төркөмөнөң солисы Юлай Асҡаров “Өлгөрмәнем…”, ә йырсы Дилбәр Хисамиева “Аҡсарлаҡ” йырын йырлап, кисәне йәмләне.
Әйткәндәй, Буранбай Исҡужин исемендәге сатира, юмор һәм лаҡаптар конкурсына 35 эш ҡабул ителде. Уларҙың Баймаҡ ҡына түгел, Ауырғазы, Дыуан, Белорет, Илеш, Ейәнсура райондарынан, Өфө, Күмертау ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән һәм хатта Татарстан Республикаһы Яр Саллы ҡалаһынан килеүе һөйөндөрҙө. Конкурсҡа килгән эштәрҙе шағир Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, Луиза Дәүләтшина, Илгиз Ишбулатов, Гүзәл Иҫәнгилдина, Хазина Исҡужина баһаланы.
Шулай итеп, Буранбай Исҡужин исемендәге сатира, юмор һәм лаҡаптар конкурсында Гран приға Әкрәм Ҡәйепҡолов лайыҡ булды. “Шиғриәт” номинацияһында 1-се урынды – Тәнзилә Йәнтилина, 2-се урынды – Мансур Рәхимғолов һәм 3-сө урынды – Таңһылыу Вәлиева яуланы. “Проза” номинацияһында 1-се урынға – Әлфиә Юлыҡ, 2-се урынға – Әлнисә Алдырханова, 3-сө урынға – Ғәли Фәхретдинов лайыҡ булды.

Напишите сообщение…