Һиңә йырым, тыуған ерем!
Тарихын белмәгән кеше тамырһыҙ ағасҡа бәрәбәр. Шуғалыр ҙа башҡорттар элек-электән үткәндәре менән ҡыҙыҡһынған. Уларҙы быуындан-быуынға күсерә килгән, күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Был матур йола бөгөнгө көндә лә дауам итә. Үҙ еренең ысын патриоты булараҡ, яҡташ крайҙы өйрәнеүсе, тарихсы Борис Хәйретдинов тыуған еребеҙҙең һулышын үҙ йөрәге аша үткәреп, үткәнен ентекле өйрәнгән, тарихи сығанаҡтар өҫтөндә даими эҙләнеп, әҙәби-документаль әҫәрҙәр тыуҙырыуға өлгәшкән, тарихыбыҙҙы мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән илһөйәр шәхес.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында ана шундай йәнтөйәге хаҡына үҙен изге эштәргә арнаған тарихсы, шағир, композитор, сәсән, журналист, уҡытыусы, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, район Батыр Вәлид премияһы лауреаты, район аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе, Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы, 11 китап авторы, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Борис Хәйретдиновтың 75 йәшлек күркәм юбилейына арналған “Һиңә йырым, тыуған ерем!” тип аталған ижад кисәһе тантанаһы үтте. Кисәлә авторҙың нескә юмор менән һуғарылған шиғырҙары, уның тарафынан ижад ителгән йырҙар яңғыраны. Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Хөрмәт улы Байымов район хакимиәте исеменән һәм яҡташы, бергә эшләгән коллегаһы булараҡ та йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ Борис Мөхәмәт улының тыуған ауылы Икенсе Этҡолдан делегация ҡатнашты. Уларҙың йөкмәткеле сығышынан һуң Икенсе Этҡол ауылы китапханасыһы Фәниә Зиннәт ҡыҙы һәм тормош иптәше Динар Батыр улы Мәжитовтар Рамаҙан Шәғәлиев һүҙҙәренә Борис Хәйретдинов ижад иткән “Ал мине лә үҙең менән бергә” йырын тыуған яғының сәләме итеп башҡарҙы.
Борис Хәйретдинов төрлө йылдарҙа Икенсе Этҡол, Татлыбай, Ишбирҙе урта мәктәптәрендә директор булып эшләй. Ишбирҙе мәктәбенең ике ҡатлы яңы бинаһы Борис Мөхәмәт улының инициативаһы менән төҙөлә, ул һигеҙ йыллыҡ урта мәктәпкә әйләнә. Ауыл халҡы был изге ғәмәле өсөн уға һаман да рәхмәтле. 36 йыл уҡытыу дәүерендә 90-ға яҡын уҡыусыһы уның юлын һайлап, музыка уҡытыусыһы һәм тарихсы булып киткән. Мәҫәлән, улы Морат, тарих факультетында уҡып сығып, Өфөлә уҡытыусы булып эшләй. Бер туған һеңлеһе һәм уҡыусыһы, әлеге ваҡытта билдәле шағирә Зиниә Байназарова ла филолог. Икенсе Этҡол мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Мораҙым Хәлилов, баянсы Азамат Ишйәров, ҡурайсы-музыкант Ришат Рәхимов, остаздары юлын һайлап, билдәле шәхес булып киттеләр. Күркәм юбилей кисәһендә уның тағы бер уҡыусыһы – әлеге ваҡытта хеҙмәт ветераны Әхәт Һиҙиәт улы Байсурин да ҡатнашып, Борис Мөхәмәт улының дәрестәре дәртле үтеүе менән хәтерҙә ҡалыуын, бергә спорт уйындарында ҡатнашыуҙарын һәм башҡа ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп үтте.
Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов артабан «Сибай» совхозының эшселәр комитеты рәйесе, Баймаҡ леспромхозының партия комитеты секретары була. Баймаҡ лицей-интернатында, ҡаланың 4-се мәктәбендә йыр һәм тарих уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Юбилей кисәһендә 4-се лицейҙың ветеран уҡытыусылары Ринат Фазылйән улы Ильясов, Тәнзилә Мөжәүир ҡыҙы Ишембәтова, Тәлғәт Имаметдин улы Әминев Борис Мөхәмәт улы менән бергә эшләгән саҡтарын бик йылы итеп иҫкә алды. Лицейҙың хәҙерге директоры Булат Фәрит улы Тайбугин үҙҙәренең мәктәбенең ветеранына изге теләктәрен еткерҙе. Юбиляр хөрмәтенә 4-се лицей уҡыусылары көйөн Борис Хәйретдинов ижад иткән матур йырҙар яңғыратты.
Борис Мөхәмәт улы проза һәм шиғриәт өлкәһендә даими һәм уңышлы шөғөлләнә. Уның мәҡәләләрендә, хикәйәләрендә тарих ярылып ята. Тәүге китабында – “Ете лә генә ырыу, береһе – Бөрйән” романында Бөрйән һәм күрше ырыуҙарҙың урта быуаттан алып Октябрь революцияһына тиклемге дәүере һүрәтләнә. Йыйынтыҡ архив документтарына һәм билдәле монографияларға нигеҙләнгән. Уның төрлө йылдарҙа Баймаҡ һәм Сибай типографияларында йырҙарынан тупланған “Һағынмаҫ та инем”, йыр һәм шиғырҙарҙан торған “Ғүмерем биҙәктәре”, “Ете лә генә ырыу, береһе – Бөрйән”, 2014 йылда “Шэжэрэ башкир и народные песни как дополнительные источники по истории Башкортостана”,

“Бишенсе ынтылыш”, “Төйәгебеҙ Уралтау” документаль-тарихи романдары, һайланма йырҙар, ҡобайырҙар, шиғырҙар, йырҙарҙан торған “Ғүмер юлы” китаптары донъя күрҙе.
Шулай уҡ 2017, 2021 йылдарҙа Сибай ҡала типографияһында “Ниғәмәт биләмәһе ауылдары тарихы” йыйынтыҡтары ике китапта баҫылып сыҡты. Унда Борис Хәйретдинов Ирек Бикмәтов, Рәйсә Иҫәнбаева, Таңһылыу Вәлиева, Сафа Ишмөхәмәтов менән авторҙаш булды. Кисәлә юбилярҙың авторҙаш дуҫтары, шулай уҡ Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Зәкиә һәм Көнһылыу Сөләймәновалар, Фәриҙә Исмәғилева, Хазина Исҡужина, Әнүзә Мәжитова, Риана Вәлиева ҡотланы, бергәләп Рәйес Түләк һүҙҙәренә Борис Хәйретдинов ижад иткән “Баймаҡҡа йыр” йырын – “Йәнгүҙәй”ҙең гимнын башҡарҙылар.
Борис Мөхәмәт улы китапхана янында эшләгән “Атайсал” ҡороноң хәҙерге етәксеһе лә. “Атайсал” ҡороноң бынан алдағы етәксеһе Ғәлимйән Ситдыҡ улы Баймырҙин ҡотлап, уның эшләгән эштәренең тослоғон баһалап бөткөһөҙ булыуын телгә алһа, педучилищелағы курсташы – Ниғәмәт ауылынан Рәйсә Тәхиә ҡыҙы Хәсәнова-Рәхимова юбилярҙың студент саҡта ла оҫта баянсы, шәп егет булыуын, училищеның төплө белем генә түгел, тәрбиә лә биреп сығыуын иҫкә алды, училище тураһында китап яҙыуын үтенде.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина Борис Мөхәмәт улын һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан китапхананың яҡын дуҫы булараҡ ҡотлап, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Әйткән һүҙе бер булған, зирәк, ил ғәме менән янған, Тыуған яғыбыҙ тарихын өйрәнеүгә һәм мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән аҡһаҡалға тантанала ҡатнашыусылар барыһы ла йөрәктәренән урғылған иң яҡты, иң йылы теләктәрен әйтеп, уның оло йөрәкле, илһөйәр, телһөйәр шәхес булыуына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр.

Онлайн трансляция: https://vk.com/baimaklib?z=video-36585846_456240287%2F6651d0785ea2326f9a%2Fpl_wall_-36585846