logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Иң күп китап уҡыусы ғаилә” район конкурсы

 

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы илебеҙҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә район буйынса “Иң күп китап уҡыусы ғаилә” конкурсы иғлан итте. Ғаиләләрҙе китапханаға йәлеп итеү, ғаилә менән китап уҡыуға иғтибарҙы арттырыу, китапҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында конкурс һәр ауыл китапханаһында үтә.

Конкурста даими китап алып уҡыған һәм ғаилә ағзалары китапхананың уҡыусылары булып торған ғаиләләр ҡатнаша. Райондың иң күп китап уҡыған ғаиләһен билдәләү өсөн ауыл конкурстарында ҡатнашып, еңеү яулаған бер ғаилә тәҡдим ителә.Еңеүсе ғаилә тураһында тулы мәғлүмәт ( ғаилә ағзаларының йәштәре, эш урындары, балаларының нисәнсе класта уҡыуҙары, яратҡан шөғөлдәре, ҡасандан китап уҡыусы булып торалар,2018 йылда нисә китап уҡығандар һ.б.), ғаилә ағзаларының аңлайышлы, талаптарға яуап бирерлек итеп тултырылған китап уҡыусы формулярҙарының ксерокопияһы һәм бәйге шарттары буйынса тәҡдим ителгән эштәр тапшырыла.

Бәйгелә ҡатнашыусы ғаилә өсөн үтәлергә тейешле шарттар:

1.Башҡа ғаиләләргә уҡырға тәҡдим итеү өсөн 10 китаптан торған исемлек .

2.“ Иң яҡшы ғаилә китабы”(“Әҙәби әҫәргә беҙҙең ғаилә премияһы “) бер китапҡа, әҫәргә баһалама.

Бәйгегә эштәр 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә.