“Игебай мәктәбе”нең быйылғы йылдағы тәүге ултырышы үтте
Баймаҡ лицей-интернатында “Игебай мәктәбе”нең тәүге ултырышы үтте. Уҡыусылар менән таныштыҡ, ижад серҙәре хаҡында һөйләштек. Уҡыусылар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әсәй тураһында дүрт юллыҡ шиғыр яҙҙы. Зарина Фәйзуллина, Наҙгөл Баййегетова, Мәҙинә Вәлиева һәм Сафа Зиннур улы үҙҙәренең ижад емештәрен уҡып күрһәтте. Шиғырҙар шундай саф, матур килеп сыҡты. Миңһылыу Маннапованың шиғырын таҡтағы яҙып, уның ритмик быуындарын, рифмаларын тикшерҙек.
Мин, “Игебай мәктәбе” клубы етәксеһе булараҡ, уҡыусыларға Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы ойошторған А.Игебаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған “Уралымда ҡалыр моңдарым”, “Рух ҡошо”, “Йәшлек” гәзите ойошторған Булат Солтангәрәев исемендәге конкурстар тураһында мәғлүмәттәр еткерҙем. Өйгә эш итеп Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап үҙҙәре теләгән жанрҙа әҫәр ижад итергә бирелде.
Ошондай матур танышыу кисәһе ойошторған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы Йәнбирҙинаға һәм Сафа Зиннур улы Ишҡыуатовтарға рәхмәт белдерәм. Киләсәктә иңгә-иң терәп эшләрбеҙ тигән ышаныста ҡалам.
Ҡала һәм районыбыҙҙың бөтә мәктәптәре менән дә ошондай бәйләнеш булдырырыбыҙға өмөтләнәм.