logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Игебай мәктәбе”нең сираттағы ултырышы

Баймаҡ балалар модель китапханаһында йәш ижадсыларҙы берләштергән “Игебай мәктәбе”нең сираттағы ултырышы үтте. Был сараның Бөтә донъя шиғриәт көнөнә тура килеүе лә осраҡлы түгел ине. Уҡыусылар менән осрашыуға крайҙы өйрәнеүсе тарихсы, баянсы, йырсы, композитор, ҡобайырсы һәм шағир Борис Мөхәмәт улы Хәйретдинов та килгән ине. Китапханасылар балаларҙы әҙиптең тормош юлы, ижады һәм китаптары менән таныштырғандан һуң, Борис Мөхәмәт улы үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Йәш ижадсылар ҙа, үҙ сиратында, абруйлы ҡунаҡҡа үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыны, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Борис Мөхәмәт улының үҙе ижад иткән йырҙарҙы баянда уйнап, йырлап ишеттереүе сараға бер йәм өҫтәне.