“Илһамлы ғүмер миҙгелдәре”
Бөгөн, Баймаҡ биләмә ара үҙәк район китапханаһында халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы һәм шиғриәт аҙналығын тантаналы асыу сараһы тураһында яҙмабыҙҙы бөйөк әҙибебеҙҙең һүҙҙәренән башлағыбыҙ килә:
… Мин дәрәжәне әйтмәйем-
Ул мәңгелек түгел.
Юғарылыҡты билдәләй
Тик юғары күңел!
“Илһамлы ғүмер миҙгелдәре” исемле әҙәби осрашыуҙа күңелдәрендә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү тойғоларын йөрөткән, һүҙ көсөнөң баһаһын белгән Баймаҡ ҡалаһының 3-сө, 4-се һанлы мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылар, мәғәриф ветерандары һәм «Беҙҙең өйҙөң йәме» һүрәттәр бәйгеһе еңеүселәре ҡатнашты. Сарала Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы Ишбикә Шәрипова донъялағы төрлө хәлдәр, тормош, ғүмер ағышы, ғәҙелһеҙлек, ҡаты бәғерлелек тураһында Мостай Кәримдең уйланып яҙған «Айһылыуҙың күҙ йәштәре» шиғырын ятлап ишеттерһә, яҙыусының ижадына арналған “Аҡйегет һәм Аҡйондоҙ” йәштәр бәйгеһендә беренсе урын яулаусы Розалия Мусина «Күкрәгемдәм ҡоштар осорам», нәфис һүҙ оҫтаһы, халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Гөлнара Казарбаева “Тауҙар” шиғырҙарын тамашасылар күңеленә еткерҙеләр. Мостай Кәрим тарафынан ижад ителеп, йыр юлына һалынған шиғырҙар халыҡ күңелендә әле лә йәшәй. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы уҡытыусыһы Урал Моратов башҡарған «Уҡытыусыма» йыры алҡыштарға күмелде.
Мостай Кәрим менән осрашыуҙарҙың шаһиты булған мәғәриф ветерандары Вәсимә Ямантаева, Ғәйниямал Ишалиналар үҙҙәренең яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар.
Шиғриәт аҙналығын тантаналы асыу сараһы Баймаҡ балалар модель китапханаһы иғлан иткән “Беҙҙең өйҙөң йәме” ижади бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләү менән тамамланды.