logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ҡәҙим Аралбайға 80 йәш!

Ҡәҙим Аралбай -Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1967 йылдан — КПСС, 1978 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы 1941 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй, Совет Армияһы сафтарындағы хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. 1971—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта, һәм ул шул уҡ йылда «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. 1977−1981 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы секретарь, 1981—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында мәҙәниәт бүлеге инструкторы, 1988—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 1993—2001 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә баш редактор һәм директор була. Бер ни тиклем ваҡыт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Шундай яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә.

Ҡәҙим Аралбайҙың «Утлы кисеүҙәр» (1975), «Батыр яраһы» (1980), «Аҡ тирмә» (1982), «Һөйөүем йондоҙо» (1986), «Әле һуң түгел» (1989), «Мәслихәт» (1991), «Рух яҙыуы» (1995), «Таналыҡ тауышы» (2001) һәм башҡа китаптары төрлө телдәрҙә нәшер ителде.

Ҡәҙим Аралбай — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996), шулай уҡ С. Чекмарёв (1984), Р. Ғарипов (1998), З. Биишева (2000), Ф. Кәрим (Бишбүләк районы, 2009) һәм Назар Нәжми (2014) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.