logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Ирәндек тауышы”

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташ яҙыусылар ижадына арналған “Ирәндек тауышы” район нәфис һүҙ оҫталары конкурсы уҙҙы . Бәйге ике турҙан торҙо. Тәүге туры – “Бәйләнештә” селтәрендәге “Ирәндек бөркөтө” төркөмөндә видеоформатта барҙы. Унда йәмғеһе 140-ҡа яҡын эш ҡабул ителде һәм уның һөҙөмтәһе буйынса 55 ҡатнашыусы 2-се турға уҙҙы. Икенсе турға саҡырылған бәйгеселәрҙе китапхана эше ветераны Р.Ә.Йәнтүрина, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Л.Ф. Ғәниева, Н.Х. Мәмбәтова, үҙәк китапхана методисы, шағирә А.Р. Иҙелбаеванан торған абруйлы комиссия баһаланы. Ҡатнашыусыларҙың сығыштары “Шиғриәт” һәм “Проза” номинацияһында 4 йәш категорияһында ҡаралды. Райондың төрлө ауылдарынан килгән бәйгеселәр яттан А.Игебаев, Т.Ғарипова, А.Баһуманов, Ә.Үтәбай, Р.Түләк, Б.Исҡужин Л.Һаҡмар, Ф.Абдуллина, Р.Рыҫҡужина, Г.Мостафина һ.б. әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәрен һөйләне, өҙөктәр килтерҙе. Һәр сығыш үҙенсәлекле булды, ихлас алҡыштарға күмелде. Һөҙөмтәлә 1-4 класс уҡыусылары араһында “Шиғриәт” номинацияһында 1-се урынға Аҡбулатов Рияз (Темәс), 2-сегә Баййегетова Мәликә (Таулыҡай), 3-сө урынға – Үтәбаева Азалия (Сыңғыҙ) лайыҡ булды. Был төркөмдә “Проза” номинацияһында бер генә ҡатнашыусы булды – Билал мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Зөлфиә Ноғаманова Гөлнара Мостафинаның “Ҙур ҡалаға барғас” хикәйәһенән өҙөк һөйләп, тамашасы һөйөүенә иреште, уға китапханан приз һәм яҙыусы үҙе ебәргән махсус бүләк тапшырылды. 2-се төркөмдә (5-8 класс уҡыусылары) “Шиғриәт” номинацияһында 1-се урынға Янбаев Ильяс (Ҡаратал), 2-сегә Ишмөхәмәтов Санъяр (Йәнйегет), 3-сө урынға Шәрипова Русалина (Бикеш) сыҡты. “Проза” номинацияһында призлы урындарҙы Алтынай Азаматова (Беренсе Этҡол), Газина Ильвина (Мерәҫ), Әйүпов Айнур (Ниғәмәт) бүлеште. 9-11 кластар араһында “Шиғриәт” номинацияһында еңеүсе тип Ҡолсоранан Байрас Ғафаров билдәләнде, Гөлиә Мостафина(Ҡолсора) һәм Әдилә Иҫәнғужина (Икенсе Этҡол) 2-се һәм 3-сө урындарҙы бүлеште. Өлкәндәр төркөмөндә шиғыр һөйләүселәр араһында 1-се урынға Таулыҡайҙан 85 йәшлек Фәхретдинова Хәлиҙә Сөләймән ҡыҙы лайыҡ булды. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған ил инәһе иң өлкән ҡатнашыусы булараҡ та билдәләнде. 2-се урынға Гөлнара Иҙрисова (Иҫке Сибай) һәм Хәсәнова Зөлфирә (Ғәҙелбай) сыҡты. 3-сө урынға Сыңғыҙҙан Туйсина Мәҙинә, Икенсе Этҡолдан Ғүмәрова Хәмдиә, Түбәнән Халфина Гөлдәр лайыҡ булды. “Проза”ла иһә 1-се урын Ишмөхәмәт ауылынан Гөлдәр Латыповаға бирелде, Вәсилә Сәүәрбаева – 2-се, Гөлбикә Кейекбаева – 3-сө урында. Еңеүселәргә һәм әүҙем ҡатнашыусыларға дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡотлайбыҙ! Афарин!
Яҡташ яҙыусыларҙың ижадын пропагандалаган “Ирәндек тауышы” район нәфис һүҙ оҫталары конкурсында ҡатнашыусы һәр бәйгесегә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, киләсәктә лә күңелегеҙҙә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөү йөрөтөп, китап менән дуҫ, илһөйәр, телһөйәр булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Фотолар: https://vk.com/album-36585846_285806071