Ирәндектең сая улы
Бөгөн Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында башҡорт халҡының ҡаһарман яугир улы, районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, китаптар авторы Буранбаев Вара Бәшәр улының тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Ирәндектең сая улы ” тип аталған Хәтер кисәһе үтте.
Баймаҡ ҡалаһының һәм районының Почетлы гражданины, Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты Вара Бәшәр улы оҙаҡ йылдар районда төрлө яуаплы эштәрҙә эшләне. Һәр саҡ ябай, ярҙамсыл, кешелекле булыуы, тыуған яғының тарихына, уның үткәненә иғтибарлы булыуы менән яҡташтарының ҙур ихтирамын яуланы. Сарала Вара Бәшәр улы менән яҡындан аралашҡан, бер дәүерҙә ҡайнап йәшәгән һәм эшләгән замандаштары, фекерҙәштәре, ҡәҙерле балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары ҡатнашты.
Баймаҡ ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, китапхана ветераны, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина, Б. Валид исемендәге премия лауреаттары, ағинәйҙәр, бергә эшләгән музей хеҙмәткәрҙәре, Тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы ағзалары, балалары үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, Вара Бәшәр улы менән бәйле иҫтәлектәргә туҡтап үттеләр.
Шулай уҡ туғандары – Сибай ҡалаһынан килгән Вара Бәшәр улы хаҡында мәҡәләләр авторы Фирҙәүес Шәйхисламованың, Зифа һәм Сафиулла Мөхәмәтрәхимовтарҙың сығыштары сарала ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Юлиә Бәхтиева, Рәмил һәм Рәил Хәсәновтарҙың моңло йырҙары кисәгә йәм өҫтәне.
Вара Бәшәр улы Буранбаев тураһындағы фото һәм видеояҙмалар сарала ҡатнашыусыларҙың күңелендә һағыныу, юҡһыныу тойғоларын уятты. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.