logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ирек Әбделхай улы Хөсәйеновтың тыуыуына – 95 йыл

Бөгөн тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе, БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, «Хеҙмәт батырлығы» миҙалы кавалеры Ирек Әбделхай улы Хөсәйеновтың тыуыуына – 95 йыл. Ул Баймаҡ тарихында Баймаҡ китапханаһы янындағы “Атайсал” клубын ойоштороусы һәм тәүге етәксеһе булараҡ билдәле шәхес.
Ирек Әбделхәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 20 февралендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң урындағы мәктәптә башланғыс класы уҡытыусыһы булып башлай. 1952—1958 йылдарҙа партияның Баймаҡ район комитетында пропаганда һәм агитация бүлегендә инструктор, артабан партия контроле кабинеты мөдире булып эшләй. 1958 йылдан алып 1969 йылға тиклем Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се урта мәктәбенә (1918 йылда асылған тәүге совет мәктәбе) директор итеп тәғәйенләнә. Унан һуң Баймаҡ 3-сө урта мәктәбенә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып күсә, ошо уҡ мәктәптә күп йылдар дауамында тарих уҡытыусыһы була. Артабан район эшсе йәштәр мәктәбе директоры, крайҙы өйрәнеү музейы етәксеһе була.
1992 – 96 йылдарҙа Баймаҡ үҙәк китапханаһында краевед-лектор, булып эшләй. Китапхана янында «Атайсал тип янған йөрәктәр» аҡһаҡалдар клубын ойоштороу буйынса инициатор була. Клуб ағзалары тыуған яҡтың тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен тергеҙеүгә күп көс һала һәм райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ошондай уҡ ойошмалар һәр ауыл китапханаһы янында ойошторола. Ҡала һәм ауыл клубтары составына абруйлы, көслө рухлы, тарих менән ҡыҙыҡһынған зыялы кешеләр инә. Клубтың һәм уның ауыл филиалдары эшмәкәрлегенә һәм йүнәлештәрен билдәләүгә Ирек Әбделхәй улы шаҡтай күп көс һала.

«Күк Ирәндек» (1990) исемле плакаттың тәүге мөхәррире, шулай уҡ «Темәс» буклетын (1991), «Баймаҡ» буклетын (1994) сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. И. Ә. Хөсәйенов урындағы матбуғат биттәрендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса, данлыҡлы яҡташтары тураһында әленән-әле мәҡәләләр баҫтыра.

Юғары мәҙәниәтле, киң энциклопедик белемле кеше булараҡ Ирек Әбделхәй улы кеше менән аралашырға, ниндәйҙер яҡшы маҡсаттарға әйҙәргә оҫта булды, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуы күптәргә ҡанат ҡуйҙы. Ул яҡшы шахматсы ла ине, район һәм ҡала турниҙарында ҡатнашты.

Ирек Әбделхәй улы Хөсәйенов 2002 йылдың апрелендә арабыҙҙан китте.