logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ишбирҙе ауыл китапханаһы

Ауылыбыҙҙа һәр йортта тиерлек ил тарихын һаҡлаған ҡомартҡы бар.Ҡомартҡылар тере тарих һаҡлай, уларҙың һәр береһендә тарихтың йөҙө сағыла, беҙ ҡәҙерле ҡомартҡылар аша үткәндәр менән танышабыҙ. Ишбирҙе ауылында үткән “Тарих һаҡлай ҡомартҡылар” исемле сараны “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Ләлә Шәһимарҙан ҡыҙы менән берлектә тап ошо маҡсат менән ойошторҙоҡ. Ҡаралар араһынан (Иҙелбаевтар) ҡомартҡы итеп Фәннүр Минлехәт ҡыҙы өләсәһенең еләнен (заманында бер үгеҙгә алмаштырып аланған), Фәнүрә килене камзулын, беләҙектәрен, Ләлә килене самауырын (150 йыллыҡ тарих һаҡлай) алып сығып, тарихын тулы, эстәлекле итеп һөйләп ишеттерҙеләр. Думбырҙар араһынан (Халиковтар) Миңлегөл Ғәли ҡыҙы әсәһенең иҫтәлеге итеп үҙ ҡулдары менән эшләгән буй юрған, хәҙерге ваҡытта музейҙа һаҡланған көбө, тырыздарҙың, боронғо сепараторҙың тарихын һөйләп китте. Талҡылар араһынан (Иҫәндәүләтовтар) иҫтәлек булып ҡалған шәлъяулыҡ, һөлгө, балаҫ тураһында Гөлшат Рәмзә ҡыҙы, Нәйлә Наил ҡыҙы һөйләне, Юнысовтарҙың (ҡаралар араһы) килене Ләйлә ҡәйнәһенән ҡомартҡы булып ҡалған балаҫ, беләҙектең һәм тәсбихтең үҙҙәренә нисек ҡәҙерле булыуы тураһында бәйән итте. Мөнирә Сафа ҡыҙы атаһының төҫө итеп һаҡлаған боронғо “Ҡөръән” китабын, блокнот,дәфтәрен алып килеп, ата-әсәһенең матур иҫтәлектәре менән бүлеште.
Ауылыбыҙҙың данын таратҡан ҡурайсы Моратов Данияр олатайҙың ҡыҙы Камила аталарының иҫтәлеге, ҡомартҡыһы булып ҡалған ҡурайҙы, фотоларын, миҙалдарын, блокнотын алып сығып, Данияр олатай тураһында хәтирәләр менән бүлеште һәм әсәләре Мәстүрә инәйҙең төрлө йылдарҙа яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, ә инде ҡыҙы Зәбирә атаһының яратҡан йыры “Таштүрә”не моңло тауышы менән йырлап та ишеттерҙе.
Ауылыбыҙҙа шундай ҡомартҡылар-үҙе бер тарих! Ә уларҙың тарихын белгән шәхестәр-үҙҙәре үк ҡомартҡы!