logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ишмырҙа ауыл китапханаһы

Баймаҡ биләмә -ара үҙәк китапханаһы тарафынан иғлан ителгән “Башҡорт китабы” аҙналығы башланды. Башҡорт яҙыусылары китаптарын пропагандалау. Быйылғы башҡорт китабы аҙналығы яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арнала.
Таңсулпан Ғарипова – күренекле прозаик, драматург, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ул бөтә ғүмерен халҡына, республикаһына хеҙмәт итеүгә арнаны. Уның әҫәрҙәре стиль үҙенсәлеге, һутлы халыҡ теле, һынлы сәнғәт сараларының байлығы менән айырылып тора. Яҙыусы үҙенең «Бөйрәкәй» китабы өҫтөндә ете йыл самаһы эшләне, һуңыраҡ ул пенталогияға әүерелде. Ул башҡорт әҙәбиәтендә сағыу һәм үҙенсәлекле күренеш булды. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы һүрәтләнә, изгелек менән яманлыҡ араһындағы мәңгелек көрәш яҡтыртыла, башҡорттарҙың иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу образдары булдырыла.