logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ишмырҙа ауыл китапханаһы

27 ғинуар-Рәсәйҙең хәрби дан көнө һәм Ленинград ҡулсаһын өҙөүгә 78 йыл. Бөгөн Ишмырҙа ауыл китапханаһында мәктәп уҡыусылары өсөн һуғышҡа нәфрәт, ветерандарға, Ленинград халҡына ихтирам тәрбиәләү маҡсатында “900 көн батырлыҡ” исемле батырлыҡ сәғәте үткәрелде. Көнөнә 125 грамм икмәк менән генә туҡланып та рух ныҡлығын юғалтмаған, ҡот осҡос шарттарҙа көн күргән Ленинград халҡының батырлығы тураһында һөйләнелде. “Ленинград блокадаһы балалар күҙлегенән” исемле һүрәт төшөрөү бәйгеһендә ҡатнаштылар. Совет халҡы, Ленинград халҡы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисергән уҡыусылар 125 грамм икмәкте тәмләп ҡаранылар.