logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Изге күңелле ағинәй

2 декабрь Баймаҡ ҡалаһы Ағинәйҙәр ойошмаһының етәксеһе Биктимерова Хөрмә Хажмөхәммәт ҡыҙы үҙенең 70 йәшен билдәләне. Ошо айҡанлы Баймаҡ биләмә- ара үҙәк китапханаһында ағинәйҙәр ағзалары, ҡала советы ветерандар ойошмаһы етәксеһе Әхмәтова Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре Хөрмә Хажмөхәмәт ҡыҙын төбрикләп уҙҙы. Маҡсатлы, ижади ағинәйебеҙгә изге теләктәр еткерелде, ә Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге йырсыһы Ғәлинур Ҡарасурин дәртле йырын бүләк итте. Намыҫлы һәм тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн Хөрмә Хажмөхәммәт ҡыҙына Баймаҡ районы хәкимиәте башлығының  Рәхмәт хаты тапшырылды.

Хөрмә Хажмөхәммәт ҡыҙын 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Изге күңелле ағинәйебеҙгә  иҫәнлек- һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!