“Изге һөнәрле ижадсы”
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында“Йәшлек” гәзите иғлан иткән “Изге һөнәрле ижадсы” проекты буйынса әҙәби-музыкаль осрашыу үтте. Унда “Йәшлек” гәзитенең хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова, бар ғүмерен йәш быуынға аң-белем биреүгә арнаған уҡытыусы шағирә яҡташтарыбыҙ, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлектәре ағзалары – Шүлкә ауылы ҡыҙы, әлеге ваҡытта Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ, шиғриәте менән күптәрҙең күңелен яулаған, дәрт-дарман өҫтәгән шағирә Фирүзә Абдуллина,
Байыш ауылында тыуып, Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында ғүмер итеүсе Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты, «Дим» әҙәби берекмәһенең етәксеһе, шағирә, яҙыусы Миңзәлә Хәлилова,
Бөрйәнйылға ауылында тыуып, әлеге ваҡытта Йылайыр ауылында йәшәүсе яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Әсәлек даны» миҙалы кавалеры Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева
һәм Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, әҙәбиәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ ҡатнашты.
Ҡунаҡтар һәм “Йәнгүҙәй”ҙәр үҙҙәренең ижади биографияһы менән таныштырҙы, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, шиғырҙарға яҙылған йырҙар яңғыраны, китап уҡыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе. Кисә һуңында, “Изге һөнәрле ижадсы” проектын йомғаҡлап, Гөлнур Ҡыуатова урындағы ижадсыларға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Фотолар👉https://vk.com/album-36585846_303992877