logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ижадсы уҡытыусыға мәдхиә йырланды

Темәс ауылының мәҙәниәт һарайында мәғариф ветераны, ауылдың “Атайсал” клубы ағзаһы, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында ике тиҫтә йылдан ашыу эшләгән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең ялҡынлы ижадсыһы Асия Бикбованың сираттағы “Мираҫ” китабының исем туйы үтте. Асия Сәлимгәрәй ҡыҙының шиғырҙары быға тиклем 85 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы “Тал тирбәтеп һайрар һандуғасмын” исемле китапта, шулай уҡ “Ирәндек гәүһәрҙәре-2” дөйөм йыйынтығында донъя күргәйне. Быйылғы йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы, ә Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылы булараҡ, Темәс модель китапханаһы китапханасыһы Миңзәлә Әүәлбаева ойошторған һәм йәнле алып барған сара тотошлайы менән уҡытыусыларға, йәмғиәткә файҙа килтергә шәхестәребеҙгә арналды. Мәктәп уҡыусылары уҡытыусыға арналған шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Байрамда күпселеге уҡытыусылар, элекке һәм хәҙерге мәктәп директорҙары, һәм иң ҡыуаныслыһы – хәҙерге уҡыусылар ҡатнашты. Асия ханымдың улы – “Темәс” төркөмө солисы Илфат Мырҙабулатов әсәһе яҙған “Китәһең” шиғырына 90-сы йылдарҙа үҙе көй ижад иткән. Кисәлә ошо йыр менән ике тиҫтә йылдар элекке заманға ҡайтарып күңелдәрҙе иләҫләндерҙе. Төркөмдөң төп солисы Илдар Абдуллин легендар “Йәшлегем” йырын бүләк итеп ҡыуандырҙы.
Сарала шулай уҡ китаптың геройҙары – 3Д-рәссам Марат Ғафаров, мәғариф ветераны Зөбәйлә Маннапова, күршеләре ҡатнашты. Автор уларға арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен китап менән ҡушып бүләк итте. Ауылдың “Атайсал” клубы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлимйән Fәлләм улы Вәлиев Асия ханымдың ижади һәләтенә электән һоҡланыуын белдерҙе, киләсәктә лә ижади уңыштар теләне. “Физика, математиканан уҡытыуына ҡарамаҫтан, мәктәптә әҙәби түңәрәк алып барҙы, уҡыусылары төрлө конкурстарҙа урындар ала торғайны”, – тине ул. Темәс мәктәбе директоры Илсур Әбсәләмов яратҡан уҡытыусыһына уңыштар теләне. Асия ханымдың улдары, килендәре уның ижады менән һоҡланыуын, рәхмәт һүҙҙәрен гөлләмәгә ҡушып еткерһә, улы Булат Мырҙабулатов ҡунаҡтарға йөрәктәргә үтерлек ҡурай моңон бүләк итте. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлауына ҡарамаҫтан, Асия ханымдың күпселек шиғырҙарын хәтерҙән белеүе һәм шартлатып һөйләүе һоҡландырҙы.
“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе Айгөл Иҙелбаева авторҙы ҡотлап берекмә һәм Баймаҡ китапханаһы исеменән Рәхмәт хаты, ойошманың иң әүҙем ағзаһы – Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 13 китап авторы Рәйсә Иҫәнбаева үҙенең “Йәйҙәремдә ҡалам” китабын бүләк итте. Кисә дәртле йыр-моң һәм хисле, рухлы шиғырҙар менән үрелеп барҙы – мәктәп уҡыусылары, ауылдың ағинәйе Дилә Нурғәлина авторҙың шиғырҙарын яттан һөйләне, ә Гөлфирә Йосопова хисле йыр бүләк итте.