Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурстың йомғаҡлау тантанаһы үтте.
16 апрелдә 4-се лицейҙа Мостай Кәрим исемендәге Фонд менән берлектә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы ойошторған “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурстың йомғаҡлау тантанаһы үтте. Ул М.Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуына арналды.
Кисәлә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев һәм баш ҡалабыҙ Өфөнән хөрмәтле ҡунаҡтар – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, прозаик, тәржемәсе, публицист, драматург, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостан кинематографистары союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева, Өфө фән һәм технологиялар университеты янындағы М.Кәрим исемендәге ижади оҫтахана етәксеһе Нәфисә Билалова; «Аманат» республика балалар-үҫмерҙәр журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова, “Шоңҡар” йәштәр журналы хәбәрсеһе Айнур Аҡылов, шулай уҡ Йәмил Сәйҙәлиевтың әсәһе Фәниҙә Солтанова, уҡытыусылары Зәкиә Илтенбаева, Гөлдәр Сәйетҡолова, Хәлил Биктимеров һәм китапханасылар, мәғариф һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре, конкурсанттар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Фәнис Ғәбдрәшит улы, ҡунаҡтарҙы сәләмләп, йәш кенә көйө арабыҙҙан китһә лә, Йәмил Сәйҙәлиевтың бай багаж ҡалдырыуын, үҙенең әҫәрҙәре аша тынғыһыҙ дәртле йөрәгендә янған изгелек, тыуған яғына ҡарата һөйөүе менән уртаҡлашыуын билдәләп үтте. Сығышынан һуң ул Әлфиә Мостай ҡыҙына йәш быуынды ижади үҫтереүгә һалған тос хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Уҡытыусылары Йәмилдең өлгөр, тырыш бала сағы тураһында һөйләне, “Шатлыҡ” фольклор студияһының йәш сәсәндәре (етәксеһе – Рәшиҙә Иҙелбаева) уның шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, Йәмилдең шиғырына һәүәҫкәр композитор Хәлил Биктимеров яҙған йыр яңғыраны. Йәмил иҫән сағында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы ойошторған Бөйөк Еңеүгә арналған “Хәтер мәңгелек” конкурсында әсәһе менән берлектәге сығышы – “Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөктөң видеояҙмаһы күрһәтелде.
Өфө ҡунаҡтары “Баймағымда алһыу таң атты…” йыйынтығын сығарыу, Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала китаптың тәүге исем туйы үткәреү буйынса тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Зөбәржәт Яҡупова Йәмилдең “Аманат” журналына яҙған хаттарын алып килгәйне, уларҙы ижадсының әсәһенә тапшырҙы.
Кисәнең икенсе өлөшөндә тантаналы рәүештә Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге конкурста еңгән уҡыусылар бүләкләнде. Мостай Кәрим исемендәге фонд 1-се урындарға 5-әр мең һум, Йәмилдең әсәһе Фәниҙә Солтанова һәм улы Динар икенсе урындарға 3-әр мең һум, ә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы 3-сө урындарға 2-шәр мең һум аҡсалата бүләк әҙерләне. Еңеүселәргә шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге фонд тарафынан халыҡ шағирына арналған “Рядом с Мустаем” һәм Йәмил Сәйҙәлиевтың “Баймағымда алһыу таң атты…” китаптары бүләккә бирелде. “Аманат” журналының яуаплы секретары Зөбәржәт Яҡупова 3-сө мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Гөлзифа Килдеғошованы (етәксеһе Раушания Салихова) “Аманат” журналының махсус призы менән бүләкләне.