“Йәнгүҙәй”ҙәр менән йәнле осрашыу
Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тарихсы, шағир, композитор, сәсән, журналист, район Батыр Вәлид премияһы лауреаты Борис Хәйретдинов, Риана Вәлиева һәм берекмә етәксеһе Айгөл Ишемғужина Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 1-се курс студенттары менән осрашты. Уны колледж китапханасыһы Рима Йәғәфәрова ойошторҙо. Әҙәби-музыкаль кисәлә яҙ, ҡатын-ҡыҙ, әсәйҙәр, өләсәйҙәр темаһына арналған шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны. Бигерәк тә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә Борис Хәйретдинов яҙған “Мин – зәңгәр умырзая” йыры көслө алҡыштарға күмелде. Студенттар “Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле тип һанайһығыҙмы?”, “Сит ерҙә йәки илдә йәшәү мөмкинлеге булһа, күсеп китер инегеҙме?”, “Башҡорт теле бөтөп барамы?” тигән һорауҙарға берекмә ағзаларынан яуаптар алды, “Шиғырға рифма тап!” уйынында ихлас ҡатнашты. Кисә “йәнгүҙәй”ҙәрҙең гимны – Рәйес Түләк һүҙҙәренә Борис Хәйретдинов ижад иткән “Баймаҡҡа йыр” менән тамамланды.
Матур сара ойошторған китапханасы Рима Рауил ҡыҙына һәм колледж педагогтары Дилә Шәфҡәт ҡыҙы Зәйнәғәбдиноваға, Лариса Хәлит ҡыҙы Аралбаеваға, Юлиә Ғилметдин ҡыҙы Алғушаеваға һәм студенттарға рәхмәт әйтеп. Эштәрендә һәм уҡыуҙарында уңыштар теләйбеҙ.