logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Йөрәгемдә һайрай һандуғас”

 

Башҡорт әҙәбиәтендә ярты быуаттан ашыу  арымай-талмай ҡәләм тибрәтеп,  бөтә ғүмерен журналистикаға, матбуғатҡа, мәҙәниәткә һәм әҙәбиәткә арнаған Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулхаҡ Игебаев 2016 йылдың 27 сентябрендә яҡты донъяларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Баймаҡ биләмә ара-үҙәк китапханаһы    Абдулхаҡ Игебаевтың  исемен мәңгеләштереү, ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә  ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ике йылға бер тапҡыр сентябрь айында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәрергә ҡарар итте. Быйылғы тәүге бәйге 27 сентябрь арҙаҡлы шағирҙың  баҡыйлыҡҡа күскән көнөндә  ойошторолоуы менән әһәмиәтле. Алып барыусылар Абдулхаҡ Игебаевтың фәһемле тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Сарала ҡатнашыусылар яҡташыбыҙ тураһында төшөрөлгән видеофильмды ҡыҙыҡһынып ҡараны, шағирҙың тере тауышын ишетеп тәъҫирләнде. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә  райондың төрлө ауылдарынан 32 кеше ҡатнашты. Бәйгеселәр Абдулхаҡ Игебаевтың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙарын, поэмаларҙан өҙөктәрен, йырҙарын яратып, ихлас башҡарҙылар, сығыштары менән яратҡан шағирҙарына үҙҙәренең хөрмәтен, һөйөүен белдерҙеләр.

Бәйгеселәрҙең сығышы 3 төркөмгә бүлеп баһаланды.

1-5 класс уҡыусылары араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде:

1 урын- Ғәзизов Айгиз (Таулыҡай )

2 урын- Нарынбаева Гөлмирә (Күгиҙел )

Тукушева Ангелина (Йәнйегет )

3 урын- Ильясов Сыңғыҙ ( Билал )

Килдеғошова Гөлзифа (Йомаш)

Хәмитова Заһиҙә (Буранбай)

6 – 11 класс уҡыусылары араһында

1 урын- Танһыҡҡужина  Вилиә ( Муллаҡай)

2 урын- Сөләймәнова Мәфтүнә (Байыш)

Абдразаков Роллан ( Күсей)

3 урын – Шахморатова Рәзинә ( Темәс)

Гибатова Линара ( 2- Этҡол)

Ололар араһында

1 урын – Йәнтилина Гөлнур Әнүәр ҡыҙы ( 78 йәш,Кәрешкә)

3 урын- Ҡоҙашева Фәриҙә Ғилмитдин ҡыҙы( 71 йәш, Әбделкәрим)

Дауытбаева Нәсилә Муллағәле ҡыҙы (57 йәш,Мерәҫ)

Бәйге Ватанын сикһеҙ һөйгән, халҡының яҙмышы өсөн әрнеп, борсолоп ижад иткән  яҡташыбыҙ Абдулхаҡ Игебаевтың бәғерҙәргә үтеп инерлек шиғри гәүһәрҙәре  әле лә халыҡ күңелендә икәнлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы.