logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Йөрәгемдәге йырым”

Коллегабыҙ, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, шағирә, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана янындағы Р. Түләк ис. “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе Айгөл Рамаҙан ҡыҙы Иҙельбаеваның тағы бер китабы донъя күрҙе! “Йөрәгемдәге йырым” исемле китапта авторҙың шиғырҙары һәм уларҙың руссаға тәржемәләре баҫылған. Айгөл Рамаҙан ҡыҙын яңы китабы менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә уңыштар теләйбеҙ!
ШИҒРИ ТАЛҠАН
Төн еттеме, уй-тирмәнем
Әйләнә шығыр-шығыр,
Ҡурмас-фекерҙән ярала
Өр-яңы шиғыр-шиғыр!..

Талҡандарым шәрбәтле лә,
Тоҙло ла сығыр, сығыр-
Ҡушып тартҡас күҙ йәштәрен,
Күңелдең сыңын, сыңын…

Ауыҙ итегеҙ, дуҫтарым,
Талҡаным тығыҙ, тығыҙ!
…Уй-тирмәнем тартам әле,
Иттереп тығыр-тығыр…