logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Й. Сәйҙәлиевтың “Баймағымда алһыу таң атты” китабының исем туйы үтте.

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында ҡыҫҡа ғына 17 йыллыҡ йәшәү ғүмерендә сағыу ижад өлгөләре ҡалдырған, әллә күпме ҡаҙаныштар яулаған йәш ижадсы Йәмил Сәйҙәлиевтың вафатынан һуң сыҡҡан “Баймағымда алһыу таң атты” китабының исем туйы үтте. Ул Баймаҡҡа 85 йыл һәм Башҡорт теле көнө уңайынан ойошторолдо.

Кисәлә “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире, яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Хәйҙәр Тапаҡов, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методик кабинет мөдире Гөлшат Сирғәлина, 2-се мәктәп директоры Рәсүл Аҡсабаев һәм мәктәптән делегация, Йәмилдең тәүге уҡытыусыһы Зәкиә Илтенбаева, мәғариф ветераны, Йәмил уҡыған ваҡытта 4-се лицейҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булған Райхана Хөснөтдинова, Ғ.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе педагогы, Йәмилдең уҡытыусыһы Хәлил Биктимеров, Йәмил Сәйҙәлиевтың әсәһе Фәниҙә Солтанова һәм Йәмилдең туғандары, уҡытыусылар, мәктәп һәм үҙәк китапхана китапханасылары, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар ҡатнашты.

4-се лицей директоры Булат Тайбугин сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң Йәмил тураһында сығыш яһаған уҡытыусылары уның бар яҡтан да һәләтле, өлгөр, тырыш уҡыусы, бөтә район һәм республика конкурстарында ла һәр ваҡыт еңеү яулаған маҡсатлы егет, ораторлыҡ һәләте менән үҙенә иғтибарҙы ҡаҙаҡлаған шиғыр һөйләү оҫтаһы, төрлө жанрҙа ижад итеүсе яҙыусы, шағир, оҫта ҡурайсы булыуы хаҡында һөйләне. 4-се мәктәптә уҡығанда класс етәксеһе булған Гөлдәр Һиҙиәт ҡыҙы Сәйетҡолованың әлеге 8-се Б класы уҡыусылары Йәмилдең шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, ошо уҡ класс уҡыусыһы Айназ Нурғәләмов Йәмил образында уның иншаларынан өҙөктәрҙе, шиғырҙарын уҡыны.

Йәмил Сәйҙәлиев бәләкәйҙән “Аманат” журналы менән дуҫ була, байтаҡ ижади эштәре журнал биттәрендә донъя күрә, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе булып таныла. Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә ойошторолған “Башҡортостан беҙҙән башлана” конкурсында еңеү яулағандан һуң ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлгәс, фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова уның китабын сығарыу бурысын үҙ иңенә ала. Шулай итеп 2021 йылда Өфөлә “Самрау” нәшриәтендә Йәмил Сәйҙәлиевтың “Баймағымда алһыу таң атты…” йыйынтығы 300 дана булып донъя күрә. Ул Мостай Кәрим исемендәге Фонд, “Аманат” балалар-үҫмерҙәр журналы коллективы, Йәмилдең әсәһе Фәниҙә Оморҙаҡ ҡыҙы Солтанова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сулпан Билал ҡыҙы Билалова ярҙамында нәшер ителә. Китаптың мөхәррире – билдәле кинорежиссер, драматург Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева.

“Баймағымда алһыу таң атты…” йыйынтығына Йәмил Сәйҙәлиевтың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, мәҡәләләре, эсселары һәм әкиәттәре тупланған. Уларҙа бәхетле баласаҡ, дуҫлыҡ, әсәйгә, тыуған иленә, тәбиғәткә һөйөү сағыла, башҡорт теленә, еренә дан йырлана. Шулай уҡ Урал батырға, Шүлгәнгә, Аҡмуллаға, Аҫылғужа Баһумановҡа, Мостай Кәримгә, Рәми Ғариповҡа, Әнғәм Атнабаевҡа, “Аманат” журналына, “Атайсал” гәзитенә арналған ижад емештәре лә бар.

Китаптың тәүге исем туйы Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереү үҙәгендә үтте. Унда Мостай Кәримдең ҡыҙы – Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, “Аманат”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар”, “Ватандаш” журналдарының баш мөхәррирҙәре, журналистар, әҙәбиәтселәр, БДУ-ның студенттары ҡатнашты. Был хаҡта “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы”нда “Яңылыҡтар” сығарылышында сюжет күрһәтелде, гәзит-журналдарҙа репортаждар донъя күрҙе.

4-се лицейҙа ойошторолған исем туйында М.Кәрим исемендәге фондтың директоры Әлфиә Кәримова, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Йәрмуллиндың видеосәләмдәре, Өфөлә үткән тәүге исем туйынан һуң Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың “Яңылыҡтар”ға биргән интервьюһы һәм Йәмилдең Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһындағы “Хәтер мәңгелек” конкурсындағы видеояҙмалары күрһәтелде.

Әйткәндәй, Өфөлә үткән китаптың исем туйында китапты сығарыу буйынса инициатор – М.Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова: “Был ысын шағир китабы. Уның һәр бер һүҙе йөрәккә үтеп инә. Ижадының оҙон ғүмерле булыуына ышанам”, – тип сығыш яһаған һәм быға тамсы ла шигебеҙ юҡ. Унда ҡатнашыусы яҙыусылар: “Йәмилдең “Урал батырға” шиғыры – уның әҙип булараҡ өлгөргәнлек билдәһе лә. Уның йәшәү маҡсатын билдәләр программа шиғыры ла!” – тип юғары баһалаған.

Йәмилдең “Башҡортостан” шиғырындағы

Башҡортостан – тыуған илем,

Баймағым – тыуған ерем.

Ирекле ҡош мин илемдә,

Һөйләшәм үҙ телемдә!  – тигән юлдары ғына уның ни тиклем көслө рухлы булыуына асыҡ дәлил. Ә бындай рухты йәш үҫмерҙә нәҫеле, 2-се һәм 4-се мәктәп уҡытыусылары тәрбиәләгәненә иманыбыҙ камил.

Ә бит ул күп ҡырлы һәләтле шәхес булды. “Баймағымда алһыу таң атты…” китабының “Серле йондоҙҙар” бүлегенә ингән яҙмалары уның астромияға ла ғашиҡ булыуы, ул ғына түгел, һәр йондоҙҙоң легендаһын белеүен дә раҫлай. Ә инде “Боланҡайҙар”, “Иламасы, һылыу Ҡайын-ҡыҙ!” исемле нәҫерҙәре, хикәйәләре йәш кенә йөрәге тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәте өсөн өҙөлөп һыҙлауына ла шаһит.

“Шуны теләй хатта ҡошсоҡ:

Ерҙә булһын тыныслыҡ!” тигән юлдары менән әйтерһең дә бөгөнгө тынысһыҙ тормошто алдан күргәндәй. Күп уй-фекерҙәрен уҡығандан һуң уның алдан күреү һәләте лә булғандыр, тигән фекер тыуа. Һәр миҙгелгә арнап шиғыр яҙған ул. Айырыуса Яңы йылға яҙылған әҫәрҙәрен уҡығанда: “Тап ошо һәр кемдең өҙөлөп көткән мөғжизәле байрамы алдынан ғүмере өҙөлөрөн белеп яҙҙымы икән әллә?” – тигән уйҙарҙан һиҫкәнеп киткәндәй булаһың.

Бынан тыш Йәмил Сәйҙәлиев, ижад, йыр, бейеүгә маһирлығы өҫтөнә, ҡурайҙа оҫта уйнаны. Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбендә Илшат Ишдәүләт улы Хайбуллин ҡулы аҫтында ҡурай серҙәренә төшөнөп, ошо класты уңышлы тамамланы. Ошо уҡ мәктәптең педагогы, һәүәҫкәр композитор Хәлил Биктимеров та уның уҡытыусыһы булды. Бер көндө Йәмил Хәлил Рәфил улына үҙенең шиғырына йыр яҙырға тәҡдим итә. Үҙе шул йырҙы баянда уйнап йырлау теләге менән ошо музыка ҡоралында уйнарға өйрәнергә хыяллана. Әсәһенә: “Минең шиғырға йырҙар ҙа яҙырҙар әле”, – тип әйтер була йыш ҡына. Хәлил Рәфил улы ике шиғырына йыр ижад итә. Исем туйында Хәлил Биктимеров үҙе һәм тәрбиәләнеүсеһе – 4-се лицейҙың 11-се класс уҡыусыһы Инсаф Зәйнуллин Йәмилдең шиғырына яҙылған йырҙы бик матур итеп башҡарҙылар.

Йәмил Сәйҙәлиевтың: “Шиғырҙар яҙыуым, бәлки, нәҫелдән киләлер”, – тиеүендә хаҡлыҡ бар – өләсәһе Зәйфә Ҡашҡарова, әсәһе Фәниҙә Солтанова ла шиғырҙар яҙа. Ижад кисәһендә Фәниҙә ханым күҙ йәштәре аша улына ошондай оло иғтибар һәм ихтирам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина сығышында алдағы йылда Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурс иғлан ителәсәген һәм Йәмилдең тыуған көнөндә – 4 апрелдә уға йомғаҡ яһаласағын белдерҙе.

Ысынлап та, Йәмил Сәйҙәлиевтың исеме онотолорға тейеш түгел. Сөнки беҙҙең аранан йәшләй генә киткән, әҙәби һәм башҡа ижади һәләттәрен тулыһынса асырға ла өлгөрмәй ҡалған Йәмилдең йырсы ҡоштай үрһәләнгән йәне бөгөн дә беҙҙең менән – ул үҙенең шиғырҙары, хикәйәләре, әкиәттәре, мәҡәләләре, ҡурай моңо менән рухи донъябыҙҙы йәмле һәм йәнле итеү юлында. Йәне йәннәттә булһын! Ә уның тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк.