logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

«Һәйкәл булып ҡайтты иленә»

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Библиомолодость» проекты сиктәрендә, халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған «Һәйкәл булып ҡайтты иленә» исемле батырлыҡ сәғәте үтте. Сарала тыуған яҡты өйрәнеүсе тарих уҡытыусыһы Рәсүл Тимербулатов, Баймаҡ районы Хәрби берҙәмлек ойошмаһы етәксеһе Рәмис Әмиров, Баймаҡ муниципиаль районы йәштәр эше комитеты рәйесе, Шайморатов волонтерҙар ойошмаһы етәксеһе Гөлсинә Сирғәлина, Өфө яғыулыҡ-энергетик колледжы, Урал арьяғы агропромышленность колледжы студенттары ҡатнашты. Тарихсы Тимербулатов Р.М. Миңлеғәле Шайморатовтың яуҙағы батырлыҡтары, уның фажиғәле үлеме тураһында мәғлүмәт еткерһә, Әмиров Р.Р райондағы Хәрби берҙәмлек ойошмаһының эшмәкәрлеге, уның маҡсаты, Шайморатов батальоны тураһында һөйләне. Баймаҡ районында ойошторолған Шайморатов волонтерҙар штабын ойоштороусы Сиргалина Г.Ф. үҙенең сығышы менән барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы. Халыҡ ижады үҙәге йырсыһы Ҡарасурин Ғәлинур башҡарыуындағы “Шайморатов Генерал” йырын күмәкләп башҡарыу сараға рух, дәрт, ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәне.