logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Йолаларыбыҙ-милли сәнғәт нигеҙе”

Буранбай ауыл китапханаһында балалар менән “Йолаларыбыҙ-милли сәнғәт нигеҙе” проект сиктәрендә”Тере һыу тылсымы-ғүмер ырымы ” исемле бик матур сара үтте.
“Беҙҙең ата-бабанан , борондан килә был йола. Һыу-йәшәү сығанағы тиҙәр.Һыу булмаһа тереклектә булмаҫ ине.,, Мәҫәлән , ябай ғына бер стакан һыу кешене дауалау көсөнә эйә..Һәр иртән бер стакан һалҡын һыу эсергә кәрәк. Үҙеңә һаулыҡ теләп исемеңде әйтеп” бисмиллаһир-рәхмәниррәхим” тип аяғүрә тороп баҫып эсәһең. Тик яҡшы теләк теләйһең, һәр ағзаңа һаулыҡ юрайһың .Һыу һинең теләкте ишетә, ул тере, тере булғанға һиңә йыуынғанда ла, эскәндә лә, уйланғанда ла ләззәт килтерә. Әҙәмдең ише һыу. Ҡәҙер итһәң генә ул һине тыңлай, шифайәт ебәрә, донъяңды гөл итә..”.
Был сара балаларға бик оҡшаны , һыу тураһында йомаҡтар систеләр, әкиәттә тыңланылар, үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлаштылар.