logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Әйтер һүзем бар. Ильгиз Абдрахманов

Йәштәр араһында киң танылыу яулаған, заманса йырҙары менән күптәрҙе әсир иткән яҡташыбыҙ Илгиз Абдрахманов Баймаҡ биләмә- ара үҙәк китапханаһында ойошторолған«Әйтер һүҙем бар…” исемле ижади осрашыуҙың көтөп алынған ҡунағы булды. Йыр- моңға, йәнле аралашыуға сорналып барған был осрашыуҙа УТЭК студенттарына яҡташыбыҙ менән күҙмә- күҙ аралашыу, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу бәхете тейҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауы буйынса автор башҡарыуында төрлө йылдарҙа ижад ителгән популяр йырҙар яңғыраны. Киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлаған рухлы, иманлы, үҙ фекере, әйтер һүҙе булған яҡташыбыҙ менән осрашыу күңелдәрҙә дәрт уятты. Талантлы яҡташыбыҙға ижади уңыштар, сәләмәтлек, тамашасылар һөйөүен теләйбеҙ.