Күңел йылыһы өләштек
Баймаҡ районы Түбә ҡасабаһындағы ҡарттар йортонда төрлө яҙмышлы кешеләр йәшәй икәнен ошоға тиклем ишетеп генә белә инем. Бөгөн беҙгә уларҙы үҙ күҙебеҙ менән күреп ҡайтырға насип булды. Беҙ тигәнем, Билал биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Әминев Зәйнулла Хәсән улы, Күгиҙел ауылының ветерандар советы рәйесе Урмантаев Әхәт Әхмәҙулла улы, мәктәптең “Йәйғор” бейеү ансамбле етәксеһе Әхмәтова Дилара Сәлимйән ҡыҙы һәм уның уҡыусылары, Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Ғайсина Сәғилә Бикйән ҡыҙы.
Бөгөнгө көндә бында 62 өлкән кеше йәшәй. Шуларҙың араһынан 14-е – ҡатындар, 48-е – ирҙәр. Һаулығы насар булған ололарҙың 24-е түшәктә ята. Һигеҙ кеше бөтөнләй тора алмай. Уларҙы 12 санитарка алмашлап ҡарай, матур итеп тәрбиәләй. Өлкәндәр араһында күҙҙәре күрмәгәндәре лә, атлай алмағандары ла, яҡшылап һөйләшә алмағандары ла бар. Уларҙы ла санитаркалар етәкләп алып йөрөй, ашата-кейендерә. Кемдәр генә юҡ араларында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалары иҫән-һау булып та яҙмыш ҡосағына ташланғандары бар. Ҡайһылары яңғыҙ һәм үҙ аллы йәшәүгә яраҡһыҙ, кемдеңдер йәшәүгә урыны юҡ. Күптәре үҙҙәре лә ғәйеплелер, сөнки бында эләгеүҙәренә хәмер менән дуҫлыҡ сәбәпсе булған. Беҙҙең килерҙе алдан беләләр ине. Билдәләнгән ваҡытҡа килеп етһәк тә, беҙҙе бер сәғәт алда көтә башлағандар. Кемдер күптәнге танышын күргәндәй ҡосаҡлап ала, хәлдәрҙе һораша, беҙҙең килгәнгә ҡыуанысын белдерә. Концерт башланды. Һәр береһенә күҙ һалам. Һәр сығышты йотлоғоп, балаларса ҡыуанып ҡарайҙар. Күҙҙәрендә осҡон ҡабына.
“Йәйғор” бейеү ансамбле ҡыҙҙары Айлина Ғүмәрова “Заһиҙә”, Гөлсибәр Әминева “Көмөш һырға”, Айгүзәл Бикбаева “Тыпырҙаҡ”, бергәләп башҡарған “Ҡара-ҡаршы” бейеүен тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Ә инде Әхәт ағайҙың өҙҙөрөп гармунда уйнауына, дәртле йырҙарына бер кем дә битараф ҡалманы, күмәкләп бейергә лә төшөп киттеләр, ҡушылып йырланылар ҙа. Зәйнулла ағай ололарға музыкаль сәләм бүләк итеп “Тыуған яҡ” йырын башҡарҙы, барыһының да иҫән-һау булыуҙарын теләне. Үҙебеҙ менән бүләккә китаптар ҙа алып барғайныҡ. Китаптарҙы шунда уҡ таратып алып бөттөләр. Китап уҡырға яраталар икән! – Ял йорто бүлмәһендәге китаптарҙы ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтылар. Ҡасан беҙгә китап алып киләләр, тип ураған һайын һорайҙар ине, бик шәп булды был бүләк, – ти ҡыуанып, мәҙәниәт эштәрен ойоштороусы Любовь Сибряева. Ҡарттар йорто хеҙмәткәрҙәре беҙҙе бик йылы ҡаршы алып, оҙатып ҡалды. Рәхмәт һеҙгә! Ололар беҙҙе бер ҙә яндарынан ебәргеһе килмәй, тағы ҡасан киләгеҙ ҙә, ҡасан киләгеҙ, тағы килегеҙ, тип оҙаттылар…
Ашханаға ла инеп сыҡтыҡ. Аш-һыуҙары шул тиклем тәмле! Ҡабарып торған булочкаларҙы ла, һәр төрлө пирогтарҙы ла ашнаҡсы ҡыҙҙар үҙҙәре бешерә икән. Барыһы ла бар бында: йылылыҡ, таҙалыҡ, тәмле аш-һыу… Тик, өй йылыһы, балаларҙың шат тауыштары, уларҙың хәстәре, күңел йылыһы етмәй… Их, тормош…
Райхана Булатова,
китапханасы.