logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Күңелендә – йыһан сере

Сарала Баймаҡ районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, шағир һәм журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев ордены кавалеры, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, Баймаҡ тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубы исеменән уның етәксеһе, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, “Төнъяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубының тарихсы реконструкторы Айҙар Мәжитов, ғалимдың математика уҡытыусыһы Рәйнә Мусина, туғандары, класташтары, шулай уҡ китапханасылар, Зәкирйән Әминевтың ижады менән ҡыҙыҡһыныусы китап уҡыусылары ҡатнашты.
“Күңелендә – йыһан сере” тип аталған сарала ҡатнашыусылар күҙгә күренмәгән йыһан карабында ғалимдың күңел донъяһына сәйәхәт ҡылды. “Карап” ғалимдың тыуған ҡалаһынан старт алып, Башҡортостан Республикаһы өҫтөнә күтәрелде – БДУ-ла уҡыған, төрлө райондарҙа юрист, прокурор булып эшләгән саҡтарына байҡау яһалды, артабан, байтаҡ ҡына йыһан гиҙгәс, “Урал батыр” йондоҙлоғонда оҙаҡ ҡына туҡталды. Сөнки ғалим “Урал батыр” эпосын асыҡлау ниәте менән оҙаҡ йылдар эҙләнеү эштәре алып барып, уның серен ерҙән түгел, ә күктән асҡан. Ошо эҙләнеү һөҙөмтәһендә уға Иранға экспедицияға сығырға һәм бәшкәрт тигән халыҡ менән танышырға насип була.
Әйткәндәй, хаҡлы ялға сыҡҡас, Закирйән Әминев Зиннур Ураҡсиндың тәҡдиме менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор ғилеме бүлегендә студент сағынан үҙен ҡыҙыҡһындырған башҡорт халҡының мифтары менән ғилми күҙлектән әүҙем шөғөлләнә башлай. 2011 йылда “Урал батыр” эпосында боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары” тигән темаға диссертация яҡлап, «философия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. Әлеге көндә ул Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Зәкирйән Әминевтың күптәнге фекерҙәше, дуҫы Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай уның прокурор булып эшләгән саҡтағы мәҙәк хәлдәрен һөйләп көлдөрҙө, “Урал батыр” эпосын йыһан менән бәйләнеп өйрәнеп, уның донъяны таң ҡалдырырлыҡ асыш эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Баймаҡ районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов, яҡташ ғалимдың ҡыҙыҡлы сығышына рәхмәт әйтеп, тағы ла киңерәк аудиторияла халыҡ менән осраштырыу зарурлығы хаҡында белдерҙе. Илгиз Хөрмәт улы башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға индергән өлөшө һәм фән өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн яҡташыбыҙ Зәкирйән Ғәлимйән улы Әминевты “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” маҡтаулы билдәһе менән бүләкләне. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазина ғалимды юбилейы менән тәбрик итеп, иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы һәм ошондай матур осрашыуға ғалимды баш ҡаланан алып килгән Әхмәр Ғүмәр улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Кисә һуңында Зәкирйән Ғәлимйән улының туғандары сығыш яһап, ағайҙарын ошолай ололаған өсөн барлыҡ ҡатнашыусыларға, кисәне ойоштороусыларға ихлас рәхмәт белдерҙе.