logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Күгиҙел ауыл китапханаһы

Баймаҡ биләмә -ара үҙәк китапханаһы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт китабы аҙналығы башланды. Башҡорт яҙыусылары китаптарын пропагандалау. Быйылғы башҡорт китабы аҙналығы яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арнала.
Күгиҙел ауылының балалар баҡсаһы кескәйҙәре Дарина Мазһарова һәм Нияз Мөкминев менән(етәкселәре Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы), беҙгә бөгөн “зәңгәр экрандар” артында, яҙыусының “Ҡарлуғастар” исемле хикәйәһе менән башҡа төркөмдәш кескәйҙәрҙе таныштырырға форсат тейҙе. Балалар өсөн яҙылған “Ҡарлуғастар” китабында бик матур хикәйәләр һәм әкиәттәр урын алған.