logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Күгиҙел ауылы ағинәйҙәре ҡорға йыйылды.

Баймаҡ районының Күгиҙел ауылы мәктәбендә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Ағинәйҙәр ҡоро ” ойошмалары рәйесе, “Киске Өфө ” ғәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Баймаҡ районы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Монасипова һәм “Һаҡмар ” ғәзитенең үҙ хәбәрсеһе Лилиә Разгил ҡыҙы Такаева менән берлектә “Ағинәй ул -Ил инәйе ” исемле йыйын үтте. Байрамда шулай уҡ күрше Билал, Һәмән, Өмөтбай, Таһир, Темәс ауылы ағинәйҙәре һәм китапханасылары ҡатнашты. Баш ҡаланан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар әүҙем тормош алып барған, рухи һәм тарихи тамырҙарыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлауға тос өлөш индергән ағинәйҙәрҙе тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы.

Ҡунаҡтарҙы Күгиҙелдәр ауылыбыҙ оҫталарының ҡул эштәре һәм дарыу үләндәре күргәҙмәләре менән таныштырҙы, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы тәҡдим итте, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. “Күгиҙелем ” исемле матур таҡмаҡ менән ауыл ағинәйҙәре сығыш яһаһа, мәҙәниәт йортоноң “Ынйылар”ы башҡарыуында “Кәйнәләр һәм килендәр ” бейеүе һәр кемдең күңеленә дәрт һалды.

Ауыл старостаһы Марат Көсөкбай улы менән Билал ауыл хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәзи улы ла халыҡ менән бергә булды. Улар килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, сараның мөһимлеген билдәләнеләр, ағинәйҙәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәттәрен белдерҙеләр.
Күркәм ҡорҙа ҡатнашыусыларҙы ауылыбыҙ ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Сания Әхмәтзыя ҡыҙы Манапова ауылыбыҙ тарихы һәм тормошо, ауыл оҫталары, ағинәйҙәрҙең эше менән ентекле таныштырҙы. Сағыу эштәре менән һоҡландырған оҫтабикәләр тураһында һәм уларҙың күргәҙмәгә ҡуйылған эштәренә айырым туҡталып китте.
2-се класс уҡыусыһы Гүзәлиә Сирусина һәм 6-сы класс уҡыусыһы Юлиә Даутбаева байрамда ҡатнашыусыларға “Урал батыр ” эпосынан өҙөктәр ятлап һөйөндөрҙө. Йыйын “түңәрәк өҫтәл ” артында бик йәнле һәм матур әңгәмә менән тамамланды. Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, киләсәк быуынға тапшырыуҙы изге бурыс тип иҫәпләгән ағинәйҙәребеҙҙең эше һәр саҡ уң булһын тип теләйек.