logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Крайҙы өйрәнеүселәр форумы резолюцияһы

#Баймакский_клуб_краеведов_БКК
2022 йылдың 30 мартында Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында эшләүсе Крайҙы өйрәнеүселәр клубы тарафынан 1812 йылғы Ватан һуғышында Рәсәйҙең еңеүенә һәм Бородино алышына 210 йыл тулыуына арналған “Ватан һуғышында башҡорттар” крайҙы өйрәнеүселәр форумы үтте. Форумдың эшендә ғалим тарихсылар, урындағы крайҙы өйрәнеүселәр клубы ағзалары, тарих уҡытыусылары, китапханасылар, музей хеҙмәткәрҙәре, тыуған яҡ тарихына битараф булмаған яҡташтар ҡатнашты.
Форумда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар араһында башҡорттарҙың күрһәткән ҡаһарманлығы данланды. Тарих биттәрендә айырым урын алып торған Бородино алышы, башҡорт яугирҙарының Бородинонан Парижғаса юлы, Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктары, айырым яугирҙарҙың көнкүреше, дәрәжәләре, ошо һуғышта тыуған башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының роле, әҙәби әҫәрҙәрҙә Ватан һуғышының сағылышы тураһында сығыштар яңғыраны. Боронғо һунар һәм яу ҡоралы, хәҙер иһә спорт төрө булған уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде.
Форумда ҡатнашыусылар түбәндәге резолюцияны ҡабул итте:
1. Крайҙы өйрәнеүселәр клубының логотибын ҡабул итеү;
2. Тарихи дөрөҫлөккә таянып 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында факттарҙы өйрәнеү, асыҡлау, булғанын һаҡлау һәм популярлаштырыу, киң ҡатлам вәкилдәренә сығарыу;
3. Үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү маҡсатында тарихи датаға бәйләп мәктәптәрҙә крайҙы өйрәнеүселәр клубы ағзалары менән оҫталыҡ дәрестәре, куратор сәғәттәре үткәреү;
4. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ҡарата район һәм республика матбуғаты биттәрендә тарихи-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм халыҡта тыуған яғыбыҙға һөйөү тойғоларын үҫтереүгә йүнәлтелгән мәҡәләләр баҫтырыу.
5. Район һәм республика матбуғатына яҙылыуҙы ойоштороу.