logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Лукоморье” XII асыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды

15 майҙа Өфө районының Балалар ижады йортонда “Башҡортостан Республикаһының Йәш шағирҙар һәм яҙыусылар клубы” ойошторған “Лукоморье” XII асыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда республиканың 43 районы һәм 6 ҡалаһынан, Ҡырым Республикаһынан вәкилдәр ҡатнашты. Шул иҫәптән Баймаҡ районынан “Игебай мәктәбе” клубы ағзалары булған 4 уҡыусы – ҡаланың 1-се мәктәбе уҡыусыһы Айгүзәл Ғайсина, 4-се лицей уҡыусыһы Айгизә Иҙелбаева, Темәс мәктәбе уҡыусыһы Айнагөл Фәйзуллина һәм Ишмөхәмәт мәктәбенән Илгенә Баймөхәмәтова диплом, иҫтәлекле бүләк һәм “Әкиәттәр һандығы” исемле йыйынтыҡ менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, йыйынтыҡҡа Баймаҡ районынан 8 дипломанттың да әкиәттәре ингән. 10 – 12 йәшлек балалар араһында Айгизә Иҙелбаеваның “Әнисә нисек тауышын ҡайтарған?” (етәксеһе Г.Сәйетҡолова), Айнагөл Фәйзуллинаның “Маҡтансыҡ себеш” (етәксеһе С.Ишбулатова), Ҡаратал мәктәбенән Айнур Нурлығаяновтың “Бесәй ғәҙәте” (етәксеһе М.Нурлығаянова),

13-15 йәшлек балалар араһында 4-се лицей уҡыусыһы Әҙилә Мырҙағәлинаның “Ҡоштар төҫ һайлай” (етәксеһе Л.Мырҙағәлина), Илгенә Баймөхәмәтованың “Шифалы үлән” (етәксеһе А.Улъябаева), Айгүзәл Ғайсинаның “Кәзә бәрәстәре һәм бүре” (яңыса вариант) һәм Дилә Сөләймәнованың “Һыуһылыу һандығы” (етәкселәре Г.Ҡашҡарова), Йәмилә Көмөшҡолованың “Ҡарабай батшаның аҡылға ултырғаны” (етәксеһе Ф.Рафиҡова) әкиәттәре баҫылып сыҡҡан.