logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре

 

Халыҡ-ара Матурлыҡ көнө уңайынан Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапхана хеҙмәткәрҙәре Сәрүәр Иҙелбаева һәм Венера Ишбаева”Матурлоыҡтың юҡтыр сиктәре” исемле сара үткәрҙеләр.Сарала Урал арьяғы сәнәғәт колледжы  студенттары,  ҡаланың матурлыҡҡа ғашиҡ төрлө һөнәр эйәләре, үҙ ҡулдары менән гүзәллек тыуҙырыусы, тирә-йүндәгеләргә матурлыҡ өләшеүсе ҡалабыҙҙың уңғандары ҡатнашты. Улар: ҡалабыҙҙың “Фантазия” ателье етәксеһе Әнисә Байрамғолова , Баймаҡ машиналар эшләү заводы технологы Сибәғәтуллина Айгөл, Республика Һылыуҡай-2006 бәйгеһендә  еңеүсе Бәхтиева  Юлиә, республика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзаһы , әүҙем йәмәғәт эшмәкәре , китапханың тоғро китап уҡыусыһы (ғаиләһе менән уҡыусы) Рәмзиә Бәхтиева, “Умырзая” фотосалоны фотографы Рауил Иҫәнов.Сараның төп ҡунаҡтары үҙҙәренең һөнәри үҙенсәлектәре тураһында, тышҡы һәм эске матурлыҡтың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Матурлыҡ алиһәһе Юлиә Бәхтиеваның сығышы күптәрҙе уйландырҙы һәм дәртләндерҙе. “Милләт әсәһе” титулына лайыҡ булыусы Рәмзиә Бәхтиеваның фәһемле сығышын, моңло йырын тулҡынланып тыңланылар. Ҡул эштәренә маһир ҡунаҡтарыбыҙ Сибәғәтуллина Айгөл,  Әнисә Байрамғолова, Иҫәнов Рауилдың эштәре күңелдәрҙә тик һоҡланыу тойғоһо уятты. Китапханала ойошторолған “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр” исемле китап күргәҙмәһе янында күҙәтеү китап уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Сара аҙағында Айгөл Сибәғәтуллина сәскәләр эшләү буйынса мастер-класс үткәрҙе .