logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Мерәҫ ауыл китапханаһы

Бөгөн, Милли кейем көнө уңайынан Мерәҫ мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡҡа килде.Уларға башҡорт халҡының милли кейеменең тарихын, үткәнен һәм хәҙергеһе менән таныштылар. Селтәр, ҡашмау, күлдәк һәм камзул хаҡында Зәкирә Зиннур ҡыҙы Нәҙербаева бик төплө итеп балаларға һөйләп еткерҙе. Ул үҙенең әсәһе һәм ҡәйнәһенән ҡалған боронғо милли кейемдәрҙе алып килеп күрһәтте.Ундағы боронғо көмөш аҡсаларҙы, биҙәүестәрҙе балалар үҙ ҡулдары менән тотоп ҡаранылар.Шулай уҡ башҡорт халыҡ әкиәте ” Төлкө, ҡуян һәм әтәс” әкиәтен ихлас ҡаранылар.