logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Мин – башҡорт!

“Мин – башҡорт!”

Билал ауыл китапханаһында Башҡорт теле йылына ҡарата төрлө саралар йыш үтә. Китапхана “Һәр кем уҡырға тейешле 100 китап” проекты аҫтында эшләй. Шулай уҡ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән “Туған телгә 100 аҙым” проектына йыл башынан ҡушылдыҡ. Балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһында популярлаштырыуға йүнәлтелгән проект сиктәрендә бөгөн ауыл китапханаһында Ирек Кинйәбулатовтың “Мин – башҡорт!” китабы буйынса китапхана дәресе үтте. 2 – се класс уҡыусылары етәкселәре Эльмира Морат ҡыҙы менән берлектә шағирҙың шиғырҙарын өйрәнде, күп һорауға яуап алды. – Башҡорт булыу өсөн башҡортса китап уҡырға, йырҙар йырларға, бейергә, башҡортса һөйләшергә, башҡортса шиғыр белергә тейешбеҙ, – ти икенселәр. Уйҙарығыҙ изге, уҡыусылар!